Бөтә яңылыҡтар
Шәхес
6 Декабрь 2019, 13:55

Йырҙарым—күңел талабы

Яҡты донъяларҙы бик иртә ташлап киткән атаһы васыят итеп оло улы Ғәфүргә—гармун, ә кесе Дамирға велосипед ҡалдыра. Әммә барыһы ла киреһенсә килеп сыға. Ғәфүр көнө буйы велосипедта елдерһә, бәләкәй Дамир гармун тысҡылдата.

Дамир Дәүләткилде улы Солтанов күптәргә үҙенең моңло көйҙәре аша таныш. Ул ижад иткән йырҙар күп кенә билдәле йырсыларҙың
репертуарын биҙәй.
Мең мәшәҡәтле ауыл ерендә йәшәүенә ҡарамаҫтан, ижадҡа ваҡыт табыусы яҡташыбыҙҙың талантына, бөтмәҫ дәртенә һоҡланырлыҡ. Моңдо мөкиббән китеп яратҡан, йөрәгендә йылылыҡ йөрөткән кеше генә халыҡ күңелен мәңгегә яулар йырҙар ижад итә алыуға һәләтлелер ул.
Күптән түгел һәүәҫкәр композитор Д.Д.Солтанов, тыңлаусыларын ҡыуан-дырып, ижад кисәһен үткәрҙе. Йылайыр районының Йылайыр мәҙәниәт
йортонда үткән был күркәм сара юғары кимәлдә үтте. Дамир Дәүләткилде улы-ның ижадташ дуҫтары, тоғро тамашасылары йыйылды
унда.
Йылайыр районының Байғужа ауылында тыуып- үҫкән Дамир ағай бәләкәй саҡтан музыкаға ынтыла. Яҡты донъяларҙы бик иртә ташлап киткән атаһы васыят итеп оло улы Ғәфүргә—гармун, ә кесе Дамирға велосипед ҡалдыра. Әммә барыһы ла киреһенсә килеп сыға. Ғәфүр көнө буйы велосипедта елдерһә, бәләкәй Дамир гармун тысҡылдата. Әрмелә лә музыкаға һөйөүе һүрелмәй уның. Музыка взводында тынлы оркестрҙа уйнай ул. Моңға мөкиббән ғашиҡ булыуы
Дамирҙы Стәрлетамаҡ мәҙәниәт-ағартыу училищеһына ла алып килә. Баянсы булыу ниәте менән килһә лә, ҡабул итеү комиссияһында ултырыусы бер ағай уны тынлы оркестр бүлегенә инергә күндерә. Училищены тамамлағас, Мәләүез мәҙәниәт йортонда “Урал таңдары” бейеү ансамбле-нең баянсыһы булып эш башлай.
Әммә яҙмыш Дамир ағай алдына һынау ҡуя. Ҡапыл ғына ҡәҙерле әсәһе ауырып китә. Шул сәбәпле тыуған ауылына ҡайтырға тура килә уға. Китапханасы ла, клуб мөдире лә, киномеханик та булып йөрөй ул. Бер ни тиклем ваҡыттан һуң, мәктәптә музыка уҡытыусыһы булып эш башлай. Был йылдарҙы һағынып иҫкә ала Дамир Дәүләткилде улы. “Бик фәһемле, емешле булды ул йылдар. Тәүге йырым да тап шул мәлдәрҙә тыуҙы ла инде”,—ти ул хәтирәләргә бирелеп.
Бер көн мәктәптә “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналы күҙенә салына Дамир ағайҙың. Шунда ҡапыл Ф. Сөләймәнованың “Әсәйем” шиғырын күреп ҡала ла, ныҡ ҡына оҡшата. “Шул шиғыр юлдары бер ҙә тынғылыҡ бирмәне. Өйгә ҡайтҡас та тыныслана алманым. Аптырағас, ҡатыным Миңһылыуҙы журналды алып ҡайтырға мәктәпкә ебәрҙем. Дәрес сәғәттәре әҙ булғас, унда аҙнаһына ике-өс тапҡыр ғына бара инем шул”,—тип һөйләй Дамир Дәүләткилде улы. Шулай итеп уның иң тәүге йыры тыуа.
Бәләкәй сағында бөтөнләй китап уҡырға яратмай Дамир ағай. Әммә көйҙәр ижад итә башлағас, үҙе эшләгән китапханалағы барлыҡ шиғыр китаптарын уҡып сыға.
—Ниндәйҙер йыр ижад итер өсөн миңә мотлаҡ шиғырҙы күреп, тойорға кәрәк. Шулай күңелемдән үткәрмәйсә тороп, йыр яҙа алмайым мин. Һуңғы осорҙа заказға йырҙар һораусылар ҙа күбәйеп китте. Быны нисектер ауырлыҡ менән ҡабул итәм. Тота килеп кенә йыр тыуҙырып булмай. Йырҙарым минең өсөн иң тәү сиратта—күңел талабы,—ти талантлы композитор.
Ҡырҡ мәшәҡәтле ауыл ерендә йәшәүен ижади уңышҡа этәргес итеп ҡабул итә Дамир ағай. Уның иҫәпләүенсә, мәңге бөтмәҫ ауыл эштәре менән булышыу уға үҙенә күрә айырым бер дәрт бирә. “Һаман-һаман ижадты ғына уйлап ултырһам, был йәһәттән күптән янып-көйөп бөткән булыр инем, бәлки. Башҡа эшкә күмелеп йөрөгәс, ижад сәғәттәре миңә һағындырып ҡына килә. Шуға күрә усағым киренән ҡабынып дөрләп янып китә. Һүрелергә форсат та ҡалмай уға”,—ти Дамир Дәүләткилде улы.
Һәүәҫкәр композитор авторҙарҙы һайлап тормай. Күңеленә ятҡан шиғыр күреп ҡала икән, тота ла көйөн ижад итә. Уның М.Рәмов, З.Вәлит, М.Хисамова, Г.Юнысова, С.Әлибай, З.Ҡотлогилдина, Г.Ҡыуатова, Ф.Абдуллина, Ф.Юлдашбаева һ.б. һүҙҙәренә ижад ителгән бихисап йырҙары бар. Яңыраҡ ҡына үҙе
өсөн өр-яңы исем-дәр ҙә асҡан Дамир ағай. Хәҙер Баймаҡтың талантлы шағирәләре С.Барлыбаева һәм
С.Тотманова шиғырҙарына ла көйҙәр яҙа ул.
Үҙе өсөн илһам сығанағы булып торған ижадташ дуҫтарына сикһеҙ
рәхмәтле Дамир Дәүләткилде улы. “Ижад кисәмде үткәрергә ярҙам итеп,
дәртләндереп йүгереп йөрөүсе Хәйбулла ҡыҙы Гөлфиә Хәләфетдиноваға ла рәхмәтем ҙур. Шулай уҡ Йылайыр районы хакимиәте һәм мәҙәниәт бүлеге лә ҙур ярҙам күрһәтте. Ә инде ҡатыным Миңһылыу менән ҡыҙҙарым Гөлфинә һәм Гөлсиә—минең ғүмерлек терәктәрем”,—тип ихлас рәхмәт һүҙҙәрен еткерә композитор.
Талантлы моң эйәһенә артабан да ижади уңыштар юлдаш булыуын теләп ҡалабыҙ. Тамашасыларығыҙҙы тағы ла күп тапҡырҙар ҡыуандырырға яҙһын. Ижад кисәләрегеҙ шаулап-гөрләп үтеп торһон.
Нәркәс Алсынбаева.
Читайте нас: