АТАЙСАЛ
-10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Шәхес
22 Ноябрь 2019, 17:00

РУХИ БАЙРАҠ

Баймаҡ районы Ҡаратал мәктәбендә юбиляр шағир Рәйес Түләктең яҡты иҫтәлегенә бағышланған “Рухи байраҡ—һинең исемең” тип аталған “түңәрәк өҫтәл” ойошторолдо.

Баймаҡ районы Ҡаратал мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының төбәк семинары уҙғарылды. Беренсе өлөшөндә мәктәп уҡытыусылары яңы быуын стандарттарына ярашлы дәрес күрһәтеп, тәжрибә менән уртаҡлашты.
Семинарҙың икенсе өлөшөндә юбиляр шағир Рәйес Түләктең яҡты иҫтәлегенә бағышланған “Рухи байраҡ—һинең исемең” тип аталған “түңәрәк өҫтәл” ойошторолдо. Осрашыуға мәртәбәле ҡунаҡтар ҙа саҡырылғайны.
Әҙәби кисәлә һәр ҡатнашыусы шағирыбыҙ тураһында хәтирәләр менән уртаҡлашты. Ш.Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты, шағир, журналист, Рәйес Түләктең дуҫы, ижадын өйрәнеүсе яҡташыбыҙ Әхмәр Ғүмәр улы Үтәбаев үҙенең бала сағы хәтирәләренә сумды, төрлө ҡыҙыҡлы хәл-ваҡиғалар менән уртаҡлашты. Яҙыусының ихласлыҡ менән дуҫы тураһында һөйләүе тыңлаусыны хайран итте. Рәйес Түләктең апаһы менән еҙнәһе ҡустыларының шуҡ, бәләкәйҙән әҙәбиәткә ғашиҡ булыуын күҙҙәренә йәш алмайынса һөйләй алманы. Сибай үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы директоры Миңзәлиә Самат ҡыҙы Хәмитова әҙәбиәткә ғашиҡ булыуын, филолог һөнәрен һайлауын Рәйес Түләктең йоғонтоһо икәнен әйтеп үтте. Ә шулай ҙа иң тулҡынландырғыс мәл яҡташыбыҙ тураһында аудиояҙма тыңлау булды. Шағир Ҡаратал мәктәбендә эшләгән йылдарҙа коллегаларының, уҡыусыларының күңелендә оҫта ҡуллы, ихлас булыуы менән иҫтә ҡалған. Бының турала мәғариф ветерандары Мусина Зөлфиә Вәкил ҡыҙы, Хисаметдинова Сания Ғәлиарыҫлан ҡыҙы, Ғүмәрова Рәйсә Фазыльян ҡыҙы һәм уҡыусыһы Йәнбирҙин Айҙар Сөләймән улы һөйләне. Хәтер кисәһендә уҡыусылар һәм Сибай институты студенты шағирҙың йөрәккә үтеп инерлек шиғырҙарын ятланы.
Йәндәүләтова Сәлимә Хәбиб ҡыҙының, Мырҙабулатова Айгөл Сөләймән ҡыҙының сығыштары ҡунаҡтарҙың күңеленә хуш килде. Мәғариф бүлеге методисы Нәфисә Хәйрулла ҡыҙы Мәмбәтова “түңәрәк өҫтәл”де яҡташ яҙыусылар, шағирҙар өлгөһөндә уҡыусыларыбыҙҙы тәрбиәләргә саҡырҙы һәм ҡунаҡтарға иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы.
Ошондай дуҫтарса, йылы атмосферала ваҡыт үткәне
һиҙелмәй ҙә ҡалды. Йөкмәткеле осрашыу һәр кемдең күңелендә йылы тәьҫораттар ҡалдырҙы.
Алһыу Күсәрбаева, уҡытыусы.
Баймаҡ районы
Ҡаратал ауылы.
Читайте нас: