АТАЙСАЛ
-13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Шәхес
22 Ноябрь 2019, 15:52

ИЛ ИНӘҺЕ МЕНӘН ОСРАШТЫҠ

Быға тиклем русса ҡыҫтырып һөйләшеп йөрөгән ҡыҙҙарыбыҙ саф башҡортса аралаша башланы.

Сибай ҡалаһының Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейында 4-се “б” класы ҡыҙҙары һәм Фәимә Әғләм ҡыҙы Кәримова етәкселегендә өләсәйҙәр менән йылы осрашыу үтте. Был кисәгә, Бибинур Баҡый ҡы-ҙы Ғиззәтуллина тәҡдиме менән, Башҡортостандың аҫыл ағинәйҙәренең береһе—Мәрйәм Бураҡаева апай саҡырылды. Осрашыу оло байрамға әйләнде…
Класҡа береһенән-береһе ыҫбай, бөхтә кейенеп, милли биҙәүестәрен тағып, шат йылмайып ҡыҙҙар, өләсәйҙәр, әсәйҙәр, ҡунаҡтар йыйылды. Бигерәк
тә ҡыҙҙарҙың йөҙөндә ҡыуаныс сатҡыларын күрергә була ине. Сөнки билдәле бит инде: тап уның әсәһе менән өләсәһе иң матуры, иң күркәме. Шуға ла улар үҙҙәре һәм өләсәйҙәре менән таныштырғанда баштарын ғорур тотоп, матур итеп һөйләне. Фәимә Әғләм ҡыҙының Өләсәйҙәр мәктәбе тураһында фәһемле мәғлүмәтен дә йотлоғоп тыңланылар.
Шулай уҡ был осрашыуҙы ишетеп, Мәрйәм апайҙы күрәбеҙ тип, Иҫке Сибай ауылының ағинәйҙәре лә килеп еткән ине. Улар ҙа, ялдағы уҡытыусылар булараҡ, балаларға үҙҙәренең өгөт-нәсихәттәрен, изге теләктәрен еткерҙе.
Башҡорт сәйһеҙ торамы инде?! Байрам табын артында дауам итте. Һәр кем бар оҫталығын һалып бешереп килгән тәмлекәстәр менән сәй эсеп, сөкөрҙәшеп һөйләшеп һүҙҙәр бөтмәне. Башҡорт милли ризыҡтары—талҡан, ҡорот, эремсек, буҙа, ҡымыҙ, йылҡы ите һәм башҡалар тураһында бик күп фәһемле мәғлүмәт алдыҡ. Ҡунағыбыҙ алып килгән талҡанды ауыҙ итеп, тәмлелегенә хайран ҡалдыҡ. Буҙаның концентратын (порошогын) эшләп була икәнен ишетеп,
аптырап ҡалдыҡ, улай ҙа була икән.
Тыуған яҡты өйрәнеү дәрестәрен алып барыусы Нурзилә Әхмәҙулла ҡыҙы Байбулатова ҡыҙҙарҙы уйнарға алып сыҡҡанда, Мәрйәм апай үҙенең ололарға кәңәштәрен еткерҙе.
Мәрйәм апай Бураҡаеваның ябайлығы әсир итте. Уның күп мәғлүмәтле булыуына, ихласлығына, әҙәплелегенә һоҡландыҡ. Уның нурлы
йөҙө, әйткән һүҙҙәре, кәңәштәре бик оҙаҡ, бәлки, ғүмер буйына күңелдә һаҡланыр. Кемгәлер тормошта ярҙамы ла тейер. Уға рәхмәтебеҙ сикһеҙ. Тағы ла килеүен һораныҡ.
Байрам аҙағындағы ҡыуаныслы мәлде яҙмаһам яҙыҡ кеүек. Быға тиклем русса ҡыҫтырып һөйләшеп йөрөгән ҡыҙҙарыбыҙ саф башҡортса аралаша башланы. Быны күреп өләсәйҙәрҙең йөҙҙәре балҡып китте. Оҙаҡ ҡына дауам иткән байрам бер кемде лә ялҡытманы. Ололар ҙа, кескәйҙәр ҙә ҡайтырға ашыҡманы. Йылы осрашыуға халҡыбыҙ һыуһағанына инандыҡ.
Гөлнара Ибраһимова.
Сибай ҡалаһы.
Һүрәттә: М.Бураҡаева мәғариф ветерандары менән.
Читайте нас: