АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Шәхес
17 Май 2019, 10:44

«Тере тарих» ул...

Баймаҡ районында барған «Тере тарих» марафоны сиктәрендә Иҫәнбәт башлан-ғыс мәктәбендә ауылдашыбыҙ, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ , Ленин ордендары кавалеры, 1975-1980 йылдарҙа БАССР-ы Юғары Советының 9-сы саҡырылыш депутаты булып һайланған, ВДНХ-ның алтын миҙалына лайыҡ булған Ҡорбанғәле Ниғмәт улы Илбулов менән бик фәһемле осрашыу үтте.

Ул чабан булып эшләп, юғары дәрәжәләргә өлгәшкән ябай ауыл кешеһе. Бы-йыл үҙенең 84 йәшен билдәләне. Уның әле лә дәртлелегенә, эш һөйөүсәнлегенә һоҡланырлыҡ: кәртә тултырып малын да аҫрай, баҡсаһын да үҫтерә, емеш-еләккә лә йөрөй, күпләп гәзит-журналдар алдырып уҡый. Бер ҡараһаң, йылҡы өйөрөн ҡыуалай, бер ҡараһаң, яңы иномаркаһында йомош менән ҡайҙалыр елдерә. Клубта, мәктәптә үткәрелгән сараларға ла ихлас йөрөй. Мәктәп баҡсаһын кәртәләү өсөн тимер селтәр алырға аҡсалата ярҙам итте. Ҡорбанғәле Ниғмәт улы йыл һайын яҙ етеү менән:
—Иҫке ауыҙға яңы аш, бына балаларға ауыҙ иттер, ҡыҙым,—тип, Ирәндектән ҡымыҙлыҡ, йыуа, балтырған йыйып, мәктәпкә ҡалдырып китә.
Осрашыуҙа китапханасы В.Р.Латыпова данлыҡлы хеҙмәт батырының тормош юлы тураһында һөйләп, бүләк тапшырҙы. Уҡыусылар төрлө һорауҙар бирҙе, йыр-бейеү бүләк итте. «Һандуғас» фольклор төркөмө кисәне таҡмаҡтар, моңло йыр-ҙар менән биҙәне. Олатайыбыҙҙың хисләнеп китеп, башҡорт халыҡ йыры «Зө-ләйха»ны йырлап ебәреүе беҙҙең өсөн ҙур асыш булды. Тыуған еренә тоғро хеҙмәт иткән, ваҡытында хеҙмәтенең хөрмәтен татыған ябай ер улы менән осрашыу һәр кемдең күңелендә матур тойғолар уятты.
Рәзимә Сәйетова.
Баймаҡ районы Иҫәнбәт ауылы. Һүрәттә: Ҡорбанғәле олатай осрашыу мәлендә.