АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Шәхес
14 Ғинуар 2019, 11:59

Уңыш артынан уңыш яулай

Яҡташыбыҙ, Йылайыр районының Ҡашҡар ауылы ҡыҙы Нурзилә Нәҙерғолова өсөн 2018 йыл бигерәк уңышлы булды, тиһәк, һис тә хата булмаҫ. Беҙ уның Өфөлә уҙғарылған башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары бәйгеһендә һәм «Башҡортостандың башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы-2018» төбәк-ара конкурсында еңеүҙәр яулауы тураһында яҙғайныҡ инде.

Яҡташыбыҙ, Йылайыр районының Ҡашҡар ауылы ҡыҙы Нурзилә Нәҙерғолова өсөн 2018 йыл бигерәк уңышлы булды, тиһәк, һис тә хата булмаҫ. Беҙ уның Өфөлә уҙғарылған башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары бәйгеһендә һәм «Башҡортостандың башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы-2018» төбәк-ара конкурсында еңеүҙәр яулауы тураһында яҙғайныҡ инде.
—Ҡала этабында ла лайыҡлы сығыш яһауҙы маҡсат итеп ҡуйғайным, төбәк-ара конкурсында ла һөнәри оҫталығымды күрһәтергә ынтылдым. Ошо тырышлығым менән алдырғанмындыр ҙа әле, тип уйлайым. Бик оҙаҡ һәм бөтә көсөмдө һалып әҙерләндем,—тигәйне еңеүсе, баш ҡаланың 5-се лицейы уҡытыусыһы.
Тырышҡан ташҡа ҡаҙаҡ ҡаҡҡан, ти халҡыбыҙ. Был алтынға тиң һүҙҙәр нәҡ Нурзилә һымаҡтар хаҡында әйтелгәндер, күрәһең. Яҡташыбыҙ Рәсәй кимәлендә үткәрелгән бәйгелә лә һынатманы. Яңыраҡ Нурзилә Мәскәүгә Бөтә Рәсәй оҫталыҡ дәресе конкурсы финалына барып ҡайтты. Бында ситтән тороп бөтәһе 756 уҡытыусы ҡатнашҡан, шуларҙың 117-һенең эштәре тауыш биреүгә ҡуйылған. Әйткәндәй, тауыш биреүҙә йәш уҡытыусы Дағстан һәм Төньяҡ Осетия конкурсанттарынан ҡала өсөнсө урынды яуланы, бының өсөн ул барлыҡ тауыш биреүселәргә оло рәхмәт һүҙен белдерә!
Финалға үткән 25 уҡытыусының араһында Нурзиләнең дә булыуы—беҙҙең барыбыҙ өсөн дә ҡыуаныслы ваҡиға. Ул «Туған телдәр, шул иҫәптән рус теле уҡытыусылары араһында методик ҡулланмалар конкурсы» номинацияһында еңеү яуланы. «Еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы тәүҙә Федераль мәғарифты үҫтереү институтында, аҙаҡ Федерация Советында үткәрелде. Тәүҙә барыбыҙға ла кубоктар, сертификаттар, бүләктәр тапшырҙылар, Федерация Советында иһә дипломдар, Рәхмәт хаттары алып ҡыуандыҡ. Мин Федераль мәғарифты үҫтереү институтының дипломына һәм Рәсәй халыҡтары Ассамблеяһының Рәхмәт хатына лайыҡ булдым»,—тип шатлығы менән уртаҡлашты Нурзилә.
Афарин, Нурзилә! Һиңә киләсәктә лә тик уңыштар ғына юлдаш булһын! Яулайһы үрҙәрең алда тағы ла күберәк булһын!
Мәҙинә Мансурова.