Бөтә яңылыҡтар
Шәхес
19 Ғинуар 2018, 12:37

КЕМ УЛ РИФҠӘТ АЛҒОШАЕВ?

Рәми Fариповтың көндәлектәрен айырыла алмай уҡып ултырғанда шағирҙың йыш ҡына Рифҡәт Алғошаев исемле егетте иҫкә алыуына иғтибар иттем. Ниңәлер исеме лә, фамилияһы ла миңә яҡын, улай ғына ла түгел, таныш кеүек тойолдо. Кем икән ул Рифҡәт Алғошаев? Беҙҙең яҡ кешеһе түгелме икән? Хәҙер ҡайҙа икән ул ағай? Тере булһа, нишләп бер кем дә белмәй? Рәми кеүек шағир менән дуҫ булған кеше эҙһеҙ юғалырға тейеш түгел дә баһа? Ошо кеүек һорауҙар миңә айҙар, йылдар буйы тынғы бирмәне.

Рәми Fариповтың көндәлектәрен айырыла алмай уҡып ултырғанда шағирҙың йыш ҡына Рифҡәт Алғошаев исемле егетте иҫкә алыуына иғтибар иттем. Ниңәлер исеме лә, фамилияһы ла миңә яҡын, улай ғына ла түгел, таныш кеүек тойолдо. Кем икән ул Рифҡәт Алғошаев? Беҙҙең яҡ кешеһе түгелме икән? Хәҙер ҡайҙа икән ул ағай? Тере булһа, нишләп бер кем дә белмәй? Рәми кеүек шағир менән дуҫ булған кеше эҙһеҙ юғалырға тейеш түгел дә баһа? Ошо кеүек һорауҙар миңә айҙар, йылдар буйы тынғы бирмәне.
Шулай бер тураһын килтереп Аҡъярҙа йәшәгән ағайым (әсәйемдең ҡустыһы) Факил ағай Хәкимовтан:
—Ағай, һин Рәми Fарипов менән параллель класта уҡы-ғанһың, 9-сы интернат-мәктәпте бер йылда тамамлағанһығыҙ. Рифҡәт Алғошаев исемле егетте иҫләмәйһеңме? Ҡайҙан ине ул?—тип һораным.
—Аһ, Рифҡәтте белмәй ни! Матрай малайы ла баһа. Бала саҡтан беләм. Беҙ уның менән Темәс педагогия училещеһына ингән ерҙән Һаҡмар буйлап ҡасып ҡайттыҡ. Интернатҡа ла бергә барҙыҡ, бер класта уҡыныҡ. Рәми менән бик дуҫ булды ул. Хәҙер ҙә иҫән-һау, Уфимка ауылында (Хәйбулла районы) йәшәп ята, мин уның менән телефон аша һөйләш-келәп тә алам,—тине.
Был һөйләшеүгә лә тиҫтәләгән йылдар үтеп киткәндер инде. Шунан алып мин Рифҡәт ағайҙы бер тапҡыр ғына булһа ла барып күреү теләге менән янып йәшәнем. Рафиҡ ауылы кейәүе булғас, Уфимка аша үткеләгәнем дә булды, ниңәлер ишектәрен шаҡып инергә батырсылығым етмәне. Рифҡәт ағай ҙа ҡапыл ғына яҡты донъя менән хушлашып ҡуйҙы. Хыялым, үкенес булып, йөрәгемде өй-кәп тик йөрөй.
Яңыраҡ «Ағиҙел» журналында (№ 1, 2015 йыл) Баш-ҡортостандың халыҡ шағиры Марат Кәримовтың «Ҡуйын дәф-тәре—ижад хәстәре» исемле иҫтәлектәре баҫылып сыҡты. Шунда мин, көтмәгәндә, Рифҡәт ағай тураһында иҫ киткес йылы иҫтәлеккә тап булдым.
«Яҙыусылар союзында иҫәптә яҙыусылар ғына тормай. Унда башлап яҙыусылар исемлеге лә бар. Әйтергә кәрәк, ярайһы ғына оҙон. Тик шуныһы ҡыҙғаныс: йылдар үтеү менән уларҙың күптәре төшөп ҡала. Таланттары самалы булғандары тип әйтмәйем, ысын таланттар ҙа юғалып ҡала»,—тип яҙа халыҡ шағиры.
—Илленсе йылдарҙа ла башлап яҙыусылар байтаҡ ине. Бигерәк тә пединститут студенттары араһында. Пединститут тигәнем хәҙерге университет инде. Араларында Рифҡәт Алғошаев менән Хәниф Сафаров үткер ҡәләмле булыуҙары менән айырылып тора ине. Ҡәләмдәре генә түгел үҙ-ҙәре лә үткер ине. Шуға бер миҫал.
Филолог студенттарҙың иң яратҡан уҡытыусылары яҙыусы Әмир Чаныш ине. Уның лекцияларын тыңларға башҡа факультет студенттары ла килә торғайны. Бына шул атаҡлы уҡытыусыны көндәрҙән бер көн алыштырғандармы ни! Лекция тәгәрмәсе элеккесә шыма ғына әйләнмәй. Лекторыбыҙ һыу эсергә өҫ-тәлдәге графинға үрелеп ҡарай. Тик графин буш. Рифҡәттең тәжрибәһе бар: кистән артыҡ «һалыусының» иртә менән башы ауыртыусан, тамағы кибеүсән. Уны мотлаҡ төҙәтергә кәрәк. Шул саҡ ул түшәмгә етерлек итеп ҡул күтәрә. Әмир Чаныш күтә-релгән ҡулды күреп ҡала.
—Ни әйтергә теләйһең, Алғошаев?
—Ағай, һыу алып инәйемме?
—Бар, тиҙ йөрө,—тип Әмир Чаныш уға буш графинды тоттора.
Ул йылдарҙа пединститут алдында киоск бар ине. Рифҡәт киоскынан ярты алып графинға бушата ла уны өҫтәлгә килтереп ҡуя. Әмир Чаныш шул «һыу»ҙы ста-канға тултырғансы ҡойоп эсә башлай...һәм бер аҙға туҡтап ҡала. Унан студентына рәхмәтле ҡараш һала ла стаканды бөтөнләй бушатып ҡуя. Рифҡәт йәнә ҡул күтәрә.
—Тағы ни әйтергә теләйһең, Алғошаев?
—Ағай, мин дә һыу эсәйем әле!
Ни тип яуап бирһен инде Әмир Чаныш?
—Ярар, эс, тик күп түгел,—тип рөхсәт бирергә мәжбүр була.
Рифҡәт Алғошаев менән бер өҫтәл артында ултырған дуҫы Хәниф Сафаров графинда ниндәй һыу булғанын нисек белмәһен инде. Ул да ҡул күтәрә.
—Ни әйтергә теләйһең, Сафаров?
—Ағай, мин дә һыу эсәйем әле!
Был егеттәр саманан сыға башланылар түгелме?
—Тик кенә ултыр,—тип ҡырт киҫә остаздары.—Тәнәфестә эсерһең.
Рифҡәт Алғошаев, ҡыҙға- нысҡа ҡаршы, артабан икенсерәк юл һайланы. Күпмелер йылдар үткәндән һуң бәләкәй ҡыҙын эйәртеп минең өйгә лә килеп сыҡты. Оҙаҡ һөйләшеп ултырҙыҡ. Әлеге тарихты ла иҫкә төшөрҙөк. Хәтирәләребеҙ Рәми тураһында ла булды. Улар яҡын дуҫтар ине тиһәм дә хата булмаҫ төҫлө. Ҡыҙыңдың исеме кем, тип һорағас, Хөббөниса, тине. Мин быны уның шаяртыуы итеп ҡабул иттем. Юғиһә ул йылдарҙа балаларға «заманса» исемдәр ҡушалар ине. Ә бәлки дөрөҫө шулай булғандыр.—Шағир елгә ҡаршы төкөрөргә ярата ине. Бер нисә йыл элек ул Хәйбуллаға ҡайтып килгән Ҡәҙим Аралбаев аша миңә үҙнәшер менән сығарған китабын ебәрҙе. Унда элекке шиғырҙары менән бергә яңылары ла бар ине. Арбанан бер тө-шөп ҡалғас, уны ҡыуып ете-үе ҡыйындыр шул тип уйлап ҡуйҙым. Ә бәл-ки ҡыуып етеп тә булмайҙыр».