Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
6 Апрель , 14:40

Башҡортостандың сауҙа министры Мәскәүгә эшкә күсә

Башҡортостандың сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Азат Асҡаров Мәскәүҙә Был хаҡта дүшәмбе республика етәксеһе Радий Хәбиров хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә белдерҙе.

— Азат Әфхәт улы икенсе ҡалаға күсенә һәм яңы вазифала эш башлай. Һеҙгә 19 йыл дәүләт хеҙмәтендә һөҙөмтәле, яуаплы эшләгән өсөн рәхмәт белдерәбеҙ, — тип билдәләне республика етәксеһе. — Һәр вазифала ул бик яуаплы, тыныс, эшлекле кеше булды. Һеҙҙе ихлас ҡотлайбыҙ һәм уңыштар теләйбеҙ!

Башҡортостан Башлығы уны Башҡортостан Республикаһының «Хеҙмәт ҡаһарманлығы өсөн» миҙалы менән бүләкләне.

— Ошондай юғары награда өсөн ҙур рәхмәт, — тине Азат Асҡаров. — 22 йыл элек мин студент булып тышҡы бәйләнештәр һәм сауҙа министрлығына килдем һәм эшкә ҡалдым, хеҙмәт юлым министрлыҡ һәм ведомство ҡарамағындағы учреждение менән бәйле булды.

Экс-министр республика етәкселегенә үҙенә күрһәтелгән ышаныс һәм ярҙам өсөн рәхмәт әйтте.


Башинформ.

Автор:
Читайте нас