-16 °С
Болотло
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, уҙған аҙнала Өфөнән фронтҡа ҙур гуманитар ылау юлға сыҡты. Уны оҙатыуҙа республикаға эш сәфәре менән килгән Рәсәй Хөкүмәте Рәйесенең беренсе урынбаҫары Денис Мантуров һәм Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты.
Унда Сергей Зорин исемендәге танк батальоны командиры Александр Сопин сығыш яһаны. Комбат республика етәкселегенә алғы һыҙыҡтағы яугирҙәргә ярҙамы өсөн рәхмәт белдерҙе.
«Александр Леонидович беҙгә рәхмәт әйтте, ғәскәрҙәр FPV-дрондар һорай», — тине Радий Хәбиров.