АТАЙСАЛ
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Сәйәсәт
30 Ғинуар , 06:15

Яугирҙәрҙең балалары—беҙҙең балалар

«Һәләк булғандарҙың барыһының да туғандары һәм яҡындары бар. Ата-әсәләре, ҡатындары, балалары—беҙҙең өсөн яҡын кешеләр. Мин күп тапҡырҙар һәләк булған яугирҙәрҙең балалары беҙҙең балалар тип әйттем. Һәм беҙ бөтә республика менән уларҙы күтәрергә, лайыҡлы кешеләр булырға ярҙам итергә тейешбеҙ». Был хаҡта Радий Хәбиров бөгөн республика Дәүләт Йыйылышына Мөрәжәғәтнамәһендә әйтте. " Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында фронтта аталарын юғалтҡан йөҙҙәрсә мең бала тураһында илдә хәстәрлек күрелгән. Бөгөн был залда илде аяҡҡа баҫтырған һәм лайыҡлы хеҙмәт юлын үткән һуғыш осоро балалары ла бар. Беҙ геройҙарыбыҙҙың балалары тураһында ла шундай уҡ хәстәрлек күрергә тейешбеҙ. Был һәләк булған атайҙар тураһында иң яҡшы хәтер буласаҡ. Был тәңгәлдә битрафлыҡ һәм йәнһеҙлек булырға тейеш түгел. Һәләк булған геройҙарҙың ғаиләләрен һаҡлаясаҡбыҙ", —тине Радий Хәбиров.

Яугирҙәрҙең балалары—беҙҙең балаларЯугирҙәрҙең балалары—беҙҙең балалар
Яугирҙәрҙең балалары—беҙҙең балалар

Әйткәндәй, Баймаҡ районы хакимиәте башлығы Азамат Иҙрисов үҙ сәхифәһендә хәбәр итте:
Дуҫтар, һеҙҙең менән батырлыҡ һәм ысын мәғәнәһендә изге ғәмәл тураһындағы ваҡиға менән уртаҡлашҡым килә.

 

Ниғәмәт ауылынан Санъяр Мырҙағәлин тураһында мин үҙ битләүемдә яҙып үткән инем.
Уның атаһы Әҡсән Мырҙағәлин махсус хәрби операцияның башында уҡ хәрби хеҙмәткә саҡырыла. Эвакуация үҙәге етәксеһе булараҡ, ул үҙенең хәрби иптәше, Күсей ауылынан яҡташы Таһир Кинйәбаевтың кәүҙәһен һуғыш яланынан алып сыға.

 

Был ҡыйыулығы өсөн уға рәхмәт йөҙөнән һәләк булған батырҙың ата-әсәһе бүләк бирергә ҡарар итә. Ләкин, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Әҡсән Мырҙағәлин үҙе лә батырҙарса һәләк була. Кинйәбаевтар ғаиләһе, аманатты үтәп, Әҡсәндең улы Санъярға ат бүләк итә.

 

Санъяр ҡыйыу, тырыш һәм һәләтле булып үҫеп килә, атаһының үткән хәрби юлы менән  бик ғорурлана. Мин Санъяр менән шәхсән аралаштым. Ул шиғырҙарҙы тасуири итеп уҡый, төрлө конкурстарҙа ҡатнаша һәм призлы урындар яулай. Кескәй булыуына ҡарамаҫтан, ул хәҙер әсәһе  Гөлдәр Мотаһар ҡыҙы өсөн ышаныслы таяныс һәм ярҙамсы.

 

Мин Санъярға бөгөнгөләй әүҙем һәм шат күңелле булып ҡалыуын теләйем. Киләсәктә тормош юлы бәхетле һәм уңышлы булһын!

Яугирҙәрҙең балалары—беҙҙең балалар
Яугирҙәрҙең балалары—беҙҙең балалар
Автор:Резеда Валиева
Читайте нас