Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
25 Декабрь 2025, 09:00

Беҙҙең көс -- берҙәмлектә!

Сибай ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы эш һөҙөмтәләре буйынса республикала иң өлгөлө, уңышлы эшләгән ойошмаларҙың береһе: Фән һәм мәғрифәт йылында (2022)--беренсе урын, Башҡорт мәҙәниәте, рухи мираҫ  йылында (2023)--өсөнсө, Йәштәр йылында (2024)--беренсе урынға лайыҡ булды. Быйыл да 11 декабрҙә «Торатау» Конгресс-холында үткән «30 йыллыҡ халыҡ дипломатияһы: халыҡ-ара һәм төбәк-ара хеҙмәттәшлек юҫығында ижтимағи коммуникациялар» Халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференцияһында Сибай ҡалаһынан ҡоролтай ветерандары Ирек Бикмәтов, Асия Ғәйнуллина һәм мин ҡатнаштыҡ. Сара һуңында йылға йомғаҡ яһалды һәм Сибай ҡалаһы Ватанды һаҡлаусылар йылы һөҙөмтәләре буйынса беренсе урынға лайыҡ булды. Был ҡаҙаныштар, уңыштар Сибай ҡоролтайының берҙәм команда булып эшләүен иҫбатлай.

Беҙҙең көс -- берҙәмлектә!
Беҙҙең көс -- берҙәмлектә!

Республикабыҙҙың ҡала-райондарындарында уңышлы эшләп килгән ҡоролтайҙар ойошмаһы өсөн быйылғы йыл юбилейлы. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы үҙенең 30 йыллығын билдәләй. 1995 йылдан бөгөнгө кәнгә тиклем баш ҡалабыҙ Өфөлә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (съезы) 6 тапҡыр үтте.

Һәр тантаналы сараларҙа ҡала делегацияһы иң ойошҡанлы, ҙур делегацияларҙан торҙо.1990 йылдарҙа Сибай башҡорттары ғайәт ҙур ойошҡанлыҡ, рухи көс һәм ҡыйыулыҡ күрһәтте. Был эштең башында сәйәси өлгөргәнлек кимәленә күтәрелгән бер төркөм зыялылар торҙо. Улар: Х.Н.Хәмитов, Р.И.Үтәғолов, З.Ғ.Йәрмөхәмәтов, С.С.Өмөтбаева, Р.Й.Абдулғафаров, Т.Ф. Ғәйнуллина, Ғ.М.Бүләкова, С.И.Йәнтүрин, В.И. Хажин, Ф.М.Сөләймәнов, Ә.Б.Зарипов һ. б.

Ул йылдарҙа халҡыбыҙҙың милли хәрәкәтендә, йәмәғәт тормошонда ҡайнаған, хәҙерге ваҡытта мәғариф  ветераны Сәғиҙә Байназарова һөйләүенсә, 1980 йылдар аҙағында Өфөлә «Аҡ тирмә» тип аталған республика мәҙәни клубы эшен башлай. Уның тәүге етәкселәре булып ғалимдар Рәшит Шәкүр, Марат Ҡолшәрипов, яҡташтарыбыҙ Сәфәрғәли Йәнтүрин, Зөфәр Еникеев клубтың актив ағзалары була. 1989 йылдың декабренән алып, 90-сы йылдар уртаһына тиклем, «Урал» башҡорт халыҡ үҙәге, уның урындарҙағы филиалдары эшмәкәрлек итә. Сибайҙа тәүҙә «Ирәндек», аҙаҡ «Сибай» халыҡ үҙәге барлыҡҡа килде. Артабан, 1995 йылда, ҡала башҡорттары ҡоролтайы рәсми рәүештә ойошторола, 1998 йылда уставын теркәй. Урындағы ойошмалар милли үҙаңды күтәреүҙә, туған телде яҡлауҙа, милли мәҙәниәтте, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе тергеҙеү буйынса ҙур эштәр башлай. Сибай ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе итеп Хөснулла Нотфулла улы Хәмитов һайлана.

Ҡала ҡоролтайында беренсе көндәрҙән ҡатнашҡан Таңһылыу Фәтих ҡыҙы Ғәйнуллина түбәндәгеләрҙе һөйләне: «Ул ваҡытта һәр яңылыҡтың эсенә үтеп инә белдек: милләткә, шәхескә, ваҡиғаларға ҡағылышлы һорауҙарға яуап бирә барҙыҡ. Тап ошо йылдар арауығында «Ағинәйҙәр ҡоро», «Аҡһаҡалдар ҡоро», «Атайҙар ҡоро» үҙ-ара фекер алышты, бәхәскә инде. Бигерәк тә 1995 йылдың 1-2 июнендә уҙған Беренсе Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы милләтебеҙҙең бер бөтөн булып йәшәүен донъя кимәленә алып сыҡты. Ошо мөһим процестан һуң, ҡала ҡоролтайының эше күпкә йәнләнде. Мәҫәлән, башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнеү, үҙ-ара мәҙәниәтте байытыу буйынса ике теллелек һәм башҡа сит телдәрҙе өйрәнеү ҡаланың һәр уҡыу йортонда класс сәғәттәре, асыҡ дәрестәрҙә, түңәрәк өҫтәлдәрҙә  асыҡтан-асыҡ һөйләшеү рәүешендә дауам итте. Ошо йүнәлештә шул дәүерҙә Сибайҙың «Ҡарһылыу» (етәксеһе Алһыу Хәйбулла ҡыҙы Ғәлиуллина), «Айгөл» (етәксеһе Флюра Заһит ҡыҙы Наҙарғолова), «Ҡояшҡай» (етәксеһе Зәүрә Баян ҡыҙы Фәтҡуллина) балалар баҡсаларында рус балалары ла башҡорт телен ихлас өйрәнә башланылар. Шул осорҙа Сибай филармонияһы, «Сулпан» балалар башҡорт театры, радио, телевидение, Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге башҡорт мәктәбе, Өфө сәнғәт колледжы филиалы, балалар һынлы сәнғәт мәктәпбе, һәр мәктәптә башҡорт кластары, ә иң мөһиме--Башҡорт дәүләт университетының Сибай филиалы асылды. Был ҡоролтай тарихының иң сағыу ваҡиғалары булды».

Сибай институтында Зиннур Ғөбәйҙулла улы Йәрмөхәмәтов, Урал аръяғы ҡоролтайҙары, район,ҡала хакимиәттәре менән берлектә башҡорт милләтенең тарихы, мәҙәниәте, мираҫы буйынса Халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференциялар үткәреүҙе матур йолаға әүерелдерҙе. Традицияларҙы дауам итеп, быйыл тыуған ҡалабыҙға--70, Сибай институты асылыуына--35 йыл, тәү башлап Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы үтеүенә һәм ҡала башҡорттары ҡоролтайы ойошторолоуына ла 30 йыллығына бағышлап, 20 ноябрҙә, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының аҡһаҡалдар ҡоро, Сибай ҡала башҡорттары ҡоролтайы, Өфө фән һәм технологиялар университетының Сибай институты (филиалы), ҡала хакимиәте ҡатнашлығында «Башҡортостандың Урал аръяғы 3.0: кадрҙар һәм үҫеш» исемле ғилми-ғәмәли конференция ойошторҙо. Юбилейлы, иҫтәлекле сарала Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының «Ал да нур сәс халҡыңа» миҙалы менән әүҙем йәмәғәт эшмәкәрлеге, башҡорт халҡының мәҙәниәтен, телен һәм рухиәтен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса емешле эше өсөн Сибай ҡала мәҙәниәт идаралығы методисы Ғәниева Сажиҙә Факил ҡыҙына, Өфө фән һәм технологиялар университетының Сибай институты (филиалы) директоры, педагогик фәндәре кандидаты Хәмитов Илдар Сәлихйән улына тапшырылды һәм ҡала хакимиәтендә үткән кәңәшмәлә күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте, башҡорт халҡының мәҙәниәтен, рухиәтен, телен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса уңышлы эшмәкәрлеге өсөн ҡала башҡорттары ҡоролтайының территориялар менән эшләү буйынса комиссия рәйесе, ҡала хакимиәтенең социаль эштәр буйынса урынбаҫары Гүзәл Әхмәҙулла ҡыҙы Ишемғоловаға тапшырылды. Әүҙем эшләгән ҡала кешеләре, ҡоролтай ветерандары ла рәхмәт, маҡтау грамоталары менән бүләкләнде.

Ҡала ҡоролтайы етәкселәре булып төрлө йылдарҙа ҡалабыҙҙың шәхестәре эшләне: Хөснулла Хәмитов (1995), Фуат Сөләймәнов (1997), Рәфҡәт Абдулғафаров (1999), Сәфәрғәле Йәнтүрин (2000), Илгиз Хәйруллин (2004), Фәйзулла Шәйхисламов (2006), Әмир Ҡотләхмәтов (2008), Ирек Бикмәтов (2010), Илшат Солтангәрәев (2019), Роза Бикбова (2021). 2024 йылдан ҡала башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе булып мин--Альбина Ярмуллина эшләйем. Ҡала ҡоролтайы ойошторолғандан алып уның иң әүҙем ағзаларын булып Рамаҙан Үтәғолов, Сәлимә Өмөтбаева, Таңһылыу Ғәйнуллина, Рәфҡәт Абдулғафаров, Сәфәрғәле Йәнтүрин, Асия Ғәйнуллина, Лира Яҡшыбаева, Рәсимә Айсыуаҡова, Ғәҙилә Бүләкова һ.б. танылды.

Һәр бер съездың--үҙ тарихы, ҡаҙаныштары булды. Башҡорт мәҙәниәтен, тарихын, мираҫын һаҡлаған, телебеҙҙе үҫтереүгә йүнәлтелгән бихисап проекттар донъя күрҙе. Тематик йылдар үтеүе лә эштәрҙе яйға һалды, урындағы ҡоролтайҙарға методик ярҙам да даими күрһәтелеп тора, эшмәкәрлегебеҙҙе Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ҡарарҙарына нигеҙләнеп алып барабыҙ. Әйтергә кәрәк, илебеҙ өсөн яуаплы ваҡытта, һынылышлы осорҙа уҙған VI Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы эше ҙур мәғәнәгә эйә булды. Төрлө секциялар, майҙансыҡтарҙа фекер алышып, проблемаларҙы уртаға һалып, хәл итергә тырышып, барыбыҙ ҙа берҙәм булып ҡатнаштыҡ. Үткән ҡоролтайҙың девизы ла «Бергә булайыҡ-берҙәм булайыҡ», тип яңғыраны.

Сибай ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы үҙенең маҡсаттарын һәм бурыстарын ағинәйҙәр ҡоро, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте, яҙыусылар ойошмаһы, башҡа йәмғиәттәр менән берлектә башҡара. Ҡоролтай ойошмаһы үҙе лә төрлө һөнәр эйәләре, төрлө быуын вәкилдәре менән даими тулыландырыла: уҡытыусылар, табиптар, ғалимдар, эшҡыуарҙар, артистар, хакимиәт вәкилдәре, студенттар, хаҡлы ялдағылар йәмәғәт ойошмаһы тормошонда әүҙем ҡатнаша һәм эшләй. Оло быуын вәкилдәре төплө фекерҙәре, кәңәштәре менән эште алға алып барһа, йәштәр--креатив идеялар, асыҡ һөйләшеү менән дәрт өҫтәй. Ҡоролтай пландарына ярашлы үткән «Ижади майҙан», «Рухи майҙан», «Фәнни майҙан» проекттар һуңғы йылдарҙа йәш таланттар асыу маҡсатында уңышлы ғәмәлгә ашырылды. Был проекттар менән ҡалабыҙҙың мәктәп уҡыусылары һәм уҡыу йорттары студенттары яҡшы таныш, сөнки тап улар проекттарҙа ҡатнаша һәм еңеү яулай.

Беҙҙең ҡала башҡорттары ҡоролтайы эш һөҙөмтәләре буйынса республикала иң өлгөлө, уңышлы эшләгән ойошмаларҙың береһе: Фән һәм мәғрифәт йылында (2022)--беренсе урын, Башҡорт мәҙәниәте, рухи мираҫ  йылында (2023)--өсөнсө, Йәштәр йылында (2024)--беренсе урынға лайыҡ булды. Быйыл да 11 декабрҙә «Торатау» Конгресс-холында үткән «30 йыллыҡ халыҡ дипломатияһы: халыҡ-ара һәм төбәк-ара хеҙмәттәшлек юҫығында ижтимағи коммуникациялар» Халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференцияһында Сибай ҡалаһынан ҡоролтай ветерандары Ирек Бикмәтов, Асия Ғәйнуллина һәм мин ҡатнаштыҡ. Сара һуңында йылға йомғаҡ яһалды һәм Сибай ҡалаһы Ватанды һаҡлаусылар йылы һөҙөмтәләре буйынса беренсе урынға лайыҡ булды. Был ҡаҙаныштар, уңыштар Сибай ҡоролтайының берҙәм команда булып эшләүен иҫбатлай.

Ҡалала килеп тыуған мәсьәләләр ҡала хакимиәте, мәғариф, мәҙәни учреждениелары һәм ойошмалары менән үҙ-ара килешеп хәл ителә. Ҡоролтай эшмәкәрлеген әүҙемләштереү һәм халыҡты ҡабул итеү уңайлы булһын өсөн Сибай ҡала хакимиәте бинаһында (Ленин урамы, 12) 205-се кабинетта ҡоролтай бүлмәһе эшләп килә. Һәр кесаҙна 10.00--12.30 сәғәттәрҙә мәғариф ветераны Рәсимә Фитрат ҡыҙы Айсыуаҡова етәкселегендә, комиссия кураторҙары сирталап унда кешеләрҙе ҡабул итә. Шәхси үтенестәргә яуап бирәләр, хаттар, ғаризалар теркәлә. Мөрәжәт итеүселәр менән кире бәйләнеш булдырыу яйға һалынған.

Бөгөнгө еңел булмаған осорҙа беҙ, берҙәм булып һәм үҙ-ара килешеп, тығыҙ бәйләнештә уртаҡ бурыстарыбыҙҙы хәл итергә тейешбеҙ. Беҙҙең көс-берҙәмлектә.

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яҡташтарыбыҙ өсөн гуманитар ярҙам йыйыуҙы ойошторабыҙ: аҡса йыйып, кәрәкле әйберҙәр алып, маскировкалау селтәрҙәр үреп, яугирҙәребеҙгә ебәрәбеҙ. Тарихи хәтерҙе һаҡлау өсөн дә күп эштәр башҡарыла. Уҡыусы балалар өсөн 3-сө полилингваль гимназия-интернатында легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының тарихына бәйле конференция, Өфө фән һәм технологиялар университетының Сибай институты Сибай ҡалаһының тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы менән берлектә 8-11 класс уҡыусылары өсөн «Көньяҡ Урал халыҡтарының тарихи һәм мәҙәни мираҫы» ғилми эштәр конкурсы һәм ғилми-ғәмәли конференция йыл да үткәрелеп тора.

Үткән йылдарҙағыса, киләһе йыл да Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының ата-әсәләр комитеты секцияһы рәйесе Айбулат Уразбахтин, йәштәр эштәре, ирекмәнлек һәм спорт комиссияһы рәйесе Фәрүәз Рафиҡов, демография, һаулыҡ һаҡлау комиссияһы рәйесе Басир Шәрипов, башҡорт теле, мәғариф комиссияһы рәйесе Илдар Хәмитов тарафынан уйланған саралар юғары кимәлдә үтер, тип ышанабыҙ. Ҡоролтай ағзалары мәктәпкәсә йәштәге балалар учреждениелары, мәктәп, колледж һәм юғары уҡыу йорто менән тығыҙ бәйләнештә эшләй: төрлө сараларҙа, байрамдарҙа ҡатнашалар, йәштәр, ата-әсәләр менән аңлатыу эштәрен алып бара.

Февраль  айы башында Өфө ҡалаһында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы һәм башҡарма комитеты ағзалары Ватанды һаҡлаусылар Йылын презентациялап, ҡала һәм район ҡоролтайҙары етәкселәре ҡатнашлығында «Ҡоролтай 3.0» темаһына стратегик сессияһын ойошторҙо.

Март айында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары, мәғариф, фән һәм башҡорт телен үҫтереү комиссияһының рәйесе, «Аҡбуҙат» журналының баш мөхәррире Лариса Хашим ҡыҙы Абдуллина ҡатнашлығында Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге лицейҙа методик совет үтте. Ултырышта Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡушыуы буйынса балалар баҡсаларында башҡорт телен үҙләштереү һәм милли мөхит булдырыу мәсьәләләрен Л.Х. Абдуллина ҡатнашыусыларға еткерҙе.

Киләһе йылды Рәсәй Президенты Владимир Путин Халыҡтар берҙәмлеге көнөндә Халыҡтар берҙәмлеге йылы, тип иғлан итһә, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова, юбилейлы тантаналы сарала 2026 йылды Башҡорт ғаиләһе йылы тип билдәләне.

Халҡыбыҙҙы милләт булараҡ һаҡлауҙа маҡсат-бурыстарҙы асыҡлап, аныҡ эш планын ҡабул итеп, артабан эшебеҙҙе дауам итәсәкбеҙ. Яңы йыл алдынан ҡоролтай ағзаларын, милләттәштәрҙе берҙәм эшмәкәрлек өсөн рәхмәтемде белдерәм һәм барлыҡ милләттәштәргә рух күтәренкелеге, донъя именлеге, яҡшы кәйеф, ныҡлы һаулыҡ теләйем!

Альбина Ярмуллина, тарих фәндәре кандидаты, Сибай ҡалаһының тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү  музейы директоры, ҡала башҡорттары союзы рәйесе.

фото ҡоролтай архивынан

Беҙҙең көс -- берҙәмлектә!
Беҙҙең көс -- берҙәмлектә!
Автор: Гульдар Кадаева
Читайте нас