АТАЙСАЛ
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Сәйәсәт
20 Май 2025, 06:45

Владимир Путин Дональд Трамп менән телефондан һөйләште

Владимир Путин ике сәғәт дауамында Дональд Трамп менән телефондан һөйләште. РИА Новости Рәсәй президентының әңгәмә йомғаҡтары буйынса төп фекерҙәрен килтерә:

  • Рәсәй хәрби хәрәкәттәрҙе туҡтатыу яҡлы, әммә тыныслыҡҡа иң һөҙөмтәле юлдарҙы табырға кәрәк;
  • Рәсәй Украина кризисын тыныс юл менән көйләү яҡлы;
  • Рәсәй Украина менән утты туҡтатыуҙы ла үҙ эсенә алған меморандум өҫтөндә эшләргә әҙер;
  • Рәсәйгә һәм Украинаға бөтә яҡтарҙы ла ҡәнәғәтләндерерлек компромисс табырға кәрәк;
  • Путин Трамп менән әңгәмәне йөкмәткеле, асыҡтан-асыҡ һәм файҙалы тип атаны һәм Америка лидерына АҠШ-тың Рәсәй менән Украина араһында туранан-тура һөйләшеүҙәрҙе яңыртыуҙа ҡатнашыуы өсөн рәхмәт белдерҙе.

 https://www.bashinform.ru/news/politics/2025-05-19/vladimir-putin-provel-telefonnye-peregovory-s-donaldom-trampom-4242025

Автор:
Читайте нас