19 августан 28 авгусҡа ҡәҙәр республикабыҙҙың барлыҡ һайлау участкалары ағзалары һайлаусыларҙың өйҙәренә йөрөп Республика Башлығын, муниципалитеттарға депутаттар һайлау тураһында өйҙәренә йөрөп аңлатыу эше алып барҙы. Ошондай мәғлүмәт биреү һөҙөмтәһендә һайлаусылар тауыш биреү рәтен белде, кандидаттар хаҡында белешмә алды,-тине
Сибай ҡалаһының территориаль һайлау комиссияһы рәйесе Сафа Ишмөхәмәтов.
Шулай уҡ дәүләт хеҙмәттәре порталы аша тауыш биреү мөмкинлеге хаҡында ла хәбарҙар булды.
Башҡортостан Республикаһы Башлығын, Сибай ҡала Советына депутаттар һайлау өс көн дауам итә – 6, 7,8 сентябрь һайлау участкалары иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 20.00 сәғәткә ҡәҙәр асыҡ.
Сибайҙа 40 меңдән ашыу һайлаусы 23 һайлау участкаһында тауыш бирәсәк. Майҙансыҡтар һайлау өсөн стационар кабиналар, йәшерен тауыш биреү өсөн күсмә йәшниктәр менән тулыһынса тәьмин ителгән.
Ҡалалаштарҙы гражданлыҡ бурысын теүәл үтәргә һәм лайыҡлы кадидат өсөн тауыш бирергә саҡырабыҙ!