Башҡортостанда 2024 йылдың 19 авгусынан 28-нә тиклем һайлаусыларға адреслы мәғлүмәт биреү эше алып барыла. Участка һайлау комиссиялары ағзалары йорттар буйлап йөрөйәсәк һәм мөһим сәйәси сараның ҡасан, ҡайҙа тауыш бирергә мөмкин булыуын һөйләй, һайлау участкаһының адресын хәбәр итә, һаулыҡ торошо йәки башҡа сәбәп буйынса һайлау участкаһына килә алмаған һайлаусыларға ярҙам итә. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда тауыш биреү көндәре – 2024 йылдың 6, 7 һәм 8 сентябре.
28 авгусҡа тиклем участка һайлау комиссияһы ағзалары өй беренсә йөрөп сығырға тейеш.
Участка һайлау комиссияһы ағзаһының үҙе менән шәхес таныҡлығы, һайлау кампанияһы брендлы сумкаһы һәм баҫма продукцияһы була,-- була ти Сибай ҡалаһының территориаль һайлау комиссияһы рәйесе Сафа Ишмөхәмәтов.
Адреслы мәғлүмәт биреүселәр халыҡҡа уларҙың һайлау участкаһы, «Мобиль һайлаусы» технологияһының мөмкинлектәре тураһында һөйләй, өйҙә тауыш бирергә теләүселәрҙең исемлеген аныҡлай. Ошо система ярҙамында һайлау ваҡытында үҙеңә уңайлы һайлау участкаһында тауыш биреү мөмкинлеге бар. Әлеге мөмкинлектән файҙаланыу өсөн күп функциялы үҙәк йәки «Дәүләт хеҙмәттәре» порталы аша участка йәки территориаль һайлау комиссияларына ғариза бирергә кәрәк.