-Башҡортостандың үҙәк һайлау комиссияһы Башҡортостан Республикаһы Башлығын һайлауҙа ҡатнашыу өсөн партиялар тәҡдим иткән кандидаттарҙан документтар ҡабул итеүҙе тамамланы.
Башҡортостан Башлығы вазифаһына дәүғүә иткән 5 кандидат Үҙәк һайлау комиссияһына документтар тапшырҙы: Радий Хәбиров--“Берҙәм Рәсәй” партияһы тарафынан тәҡдим ителде; Владимир Нагорный--“Ғәҙел Рәсәй—Патриоттар--Хәҡиҡәт өсөн” партияһы тарафынан; Иван Сухарев--ЛДПР партияһынан; Артур Шәйнуров – КПРФ партияһы тарафынан; Илшат Тимерйәнов--“Яңы кешеләр” партияһынан тәҡдим ителде.
-Белеүебеҙсә, Республика Башлығынан тыш Сибайҙа муниципаль кимәлдә лә һайлау була. Уға әҙерлек нисек бара?
-Эйе, муниципаль кимәлдәге һайлауҙа 20 депутат мандатына, шул иҫәптән 10-берҙәм округ буйынса һәм тағы 10-ы бер мандатлы округтарҙа һайлау уҙа. Сибай ҡала Советының 6-сы саҡырылышына үҙ кандидаттарын ЛДПР, “Яңы кешеләр”, КПРФ,
“Берҙәм Рәсәй”, “Ғәҙел Рәсәй – Патриоттар – Хәҡиҡәт өсөн” партиялары күрһәтте. Дөйөм кандидаттар һаны 64 кеше. Ике кандидат үҙҙәрен үҙҙәре күрһәтте. Һайлау алды агитацияһын уҙғарыуға тигеҙ шарттар булдырыу маҡсатында территориаль һайлау комиссияһы СТВ ҡала телевидениеһында бушлай эфир ваҡытын, “Сибайский рабочий”, “Атайсал” гәзиттәрендә бушлай майҙан бүлеү буйынса теркәлгән кандидаттар араһында йәрәбә тартыу уҙғарҙы.
2024 йылдың 23 июлендә Сибай ҡала хакимиәте 1087-се “Башҡортостан Башлығын һәм Сибай ҡала Советының 6-сы саҡырылышына депутаттар һайлауға әҙерлек барышында агитацион йәмәғәт саралары уҙғарыуға биналар билдәләү тураһында” ҡарар ҡабул итте. Уға ярашлы А.Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театры һәм К.Вәлеев исемендәге Сибай сәнғәт колледжында һайлаусылар менән осрашыуҙар үткәрергә мөмкин. Сибай ҡала хакимиәтенең 2024 йылдың 23 июлендә ҡабул иткән 821-се ҡарарында һайлау алды баҫма материалдарын урынлаштырыуға махсус урындар билдәләнде. Ваҡытлы матбуғат биттәрендә агитация эше 10 августа башлана һәм 6 сентябрь 00.00 сәғәткә ҡәҙәр дауам итә.
-Сибайҙа күпме кеше һайлау хоҡуғына эйә һәм урында һайлау нисек ойоштороласаҡ?
- Сибайҙа 2024 йылдың 1 июленә ҡарата 40586 кеше һайлау хоҡуғына эйә. Тауыш биреү 23 һайлау участкаларында атҡарыласаҡ. Сибай ҡала хакимиәте ҡарарына ярашлы һайлау участкалары исемлегенә төҙәтмәләр индерелде. Әйтәйек, элек Таулы ҡасабаһының 5-се мәктәбендә урынлашҡан 640-сы һайлау участкаһы Таулы, 44 адресындағы “Ирәндек” үҫмерҙәр-йәштәр клубында һайлаусыларҙы ҡабул итәсәк. Был хаҡта ҡарар 2024 йылдың 27 июлендә “Сибайский рабочий” гәзитендә, Сибай ҡала округының Территориаль һайлау комиссияһы сайтында мәғлүмәт урынлаштырылды. Ҡаланың барлыҡ һайлау участкалары ла кәрәкле күләмдә кабина, йәшерен һайлау өсөн стационар һәм күсмә йәшниктәр менән тәьмин ителгән. Алты һайлау участкаһында һайлау бюллетендәрен эшкәртеү комплекстары ҡулланыласаҡ.
-Әгәр ҙә мөһим сара уҙған көндө кеше өйҙә була алмаһа, ул ни рәүешле үҙ тауышын бирә ала?
-Билдәле сәбәптәр арҡаһында һайлау мәлендә теркәлгән урында була алмаһалар, “Мобиль һайлаусы” механизмы ярҙамында тауыш бирергә теләүен белдереп ғариза яҙа ала. Ғаризаны республика биләмәһендәге Территоиаль һайлау комиссияһының ғаризаларҙы ҡабул итеү пунктында ҡабул итәләр. Шулай уҡ күп функциялы үҙәк аша ла ғариза биреп була. 28 августан республикала урынлашҡан теләгән участка һайлау комиссияһына ғариза яҙыу мөмкинлеге тыуҙырыла. Үҙегеҙ менән паспортығыҙ булыу мотлаҡ.
-Һайлау исемлегендә булыу-булмауҙы ҡайҙан тикшертеп була?
-Һайлаусылар исемлегенә индерелеү хаҡында белешмәне тауыш биреүгә 10 көн ҡалғас, йәғни 2024 йылдың 28 авгусында йәшәгән урыныңдағы һайлау комиссияһынан шәхсән белешергә мөмкин.
-Быйыл нисә йәш кеше тәүге тапҡыр һайлауҙа ҡатнашасаҡ?
-Һайлауҙа 18 йәштән ҡатнашырға мөмкин. Исемлектәрҙән күренеүенсә, 339 ҡыҙ һәм егет тәүге тапҡыр һайлауға барасаҡ.
-Сәләмәтлек торошо буйынса һайлау участкаһына бара алмағандарға нимә эшләргә?
-Ундайҙар 6,7,8 сентябрҙә өйҙәрендә тауыш бирә ала. Бының өсөн йәшәгән урындағы һайлау комиссияһына яҙма рәүештә йәки телдән мөрәжәғәт итергә кәрәк. Ғаризаларҙы, телдән саҡырыуҙарҙы һайлау комиссиялары 28 августан ҡабул итә башлай.
Форсаттан файҙаланып, ҡалалаштарҙы мөһим сәйәси сарала әүҙем ҡатнашырға, теләгән кандидаттары өсөн тауыш бирергә саҡырам!
Гөлдәр Ҡадаева әңгәмәләште.