Сәйәсәт
15 Марта 2024, 06:50

Сибай артистары әүҙемлек күрһәтә

Сибай концерт-театр берекмәһе коллективы ла беренсе көндө үк мөһим сараға ҡушылды һәм һәр кем үҙе лайыҡлы тип тапҡан кандидат өсөн тауыш бирҙе.  

Добавить в предпочтительные источники Google
Сибай артистары әүҙемлек күрһәтәСибай артистары әүҙемлек күрһәтә
Сибай артистары әүҙемлек күрһәтә

Башҡортостанда Рәсәй Федерацияһы Президентын һайлау участкалары уңышлы эш башланы.

Тауыш биреү өс көн бара. Һайлау участкалары 15, 16 һәм 17 мартта иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 20.00 сәғәткә тиклем эшләй. Башҡортостанда һайлауҙы төрлө сәйәси партияларҙан, урындағы үҙидара органдарынан, һайлаусылар йыйылыштарынан тәҡдим ителгән 28 меңдән ашыу һайлау комиссияһы ағзаһы үткәрә.

Сибай концерт-театр берекмәһендә ғаиләләре менән һайлауға килеүселәр күп. 150-нән ашыу кеше эшләгән коллективта 18 ғаилә пары бар. 

Сибай артистары әүҙемлек күрһәтә
Сибай артистары әүҙемлек күрһәтә
Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас