Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
19 Декабрь 2023, 11:55

Хәйбулланан 15-се гуманитар ылау юлға сыҡты

-Махсус хәрби операция башланғандан алып Хәйбулла районынан 15 гуманитар ылау оҙатылды. Бөгөн сираттағыһы юлға сыҡты. Гуманитар ылауға ир-егеттәр һораған әйберҙәрҙән тыш, 1 УАЗ һәм 2 Нива автомобилдәре лә ҡушылды. Яҡташтарға шулай уҡ Яңы йыл бүләктәре лә әҙерләнек: күстәнәстәр һәм район символы баҫылған тимер көрөшкәләр ебәрҙек, - тип хәбәр итә Хәйбулла районы хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов.

Хәйбулланан 15-се гуманитар ылау юлға сыҡты
Хәйбулланан 15-се гуманитар ылау юлға сыҡты

-Шуныһы ҡыуаныслы: яугирҙәргә ярҙам йыйыуҙа бөтә район халҡы ҡатнаша. Уларҙың һәр ҡайһыһына оло рәхмәтемде еткерәм! Иҫән-һау булығыҙ, аяҙ күк йөҙө теләйем!

Фото һәм мәғлүмәт Рөстәм Шәриповтың социаль селтәрҙәге сәхифәһенән алынды. 

Хәйбулланан 15-се гуманитар ылау юлға сыҡты
Хәйбулланан 15-се гуманитар ылау юлға сыҡты
Хәйбулланан 15-се гуманитар ылау юлға сыҡты
Хәйбулланан 15-се гуманитар ылау юлға сыҡты
Автор:Гульдар Кадаева