Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
29 Ноябрь 2023, 12:15

Радий Хәбиров Башҡортостан халҡы менән «Тура бәйләнеш» үткәрә

Бөгөн, 29 ноябрҙә, киске сәғәт 7-лә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән «Тура бәйләнеш» була.

Радий Хәбиров Башҡортостан халҡы менән «Тура бәйләнеш» үткәрә
Радий Хәбиров Башҡортостан халҡы менән «Тура бәйләнеш» үткәрә

Һорауҙарҙы Радий Хәбировтың «Бәйләнештә» һәм «Класташтар» социаль селтәрҙәрендәге яҙмаларына комментарий итеп ҡалдырырға мөмкин.

Социаль селтәрҙәрҙә һорауҙар «Тура бәйләнеш» башланғанға тиклем һәм хатта тура эфир барышында ҡабул ителә.

Тура бәйләнеште БСТ, «Рәсәй 24», «Башҡортостан 24», «Вся Уфа» һәм «Сәләм» телеканалдары күрһәтә, трансляцияны шулай уҡ Башҡортостан Башлығының «Бәйләнештә» һәм «Класташтар» социаль селтәрҙәрендә ҡарарға, «Юлдаш» һәм «Рәсәй радиоһы» эфирында тыңларға мөмкин.  

«Беҙ тура бәйләнеште йыл да үткәрәбеҙ. Халыҡты борсоған көнүҙәк һорауҙарға яуап бирергә тырышырмын. Һорауҙар һәр ваҡыттағыса күп, шулай ҙа мин бөтә һорауҙарға ла яуап бирергә тырышырмын», - тигәйне Радий Хәбиров.

Башинформ хәбәр иткәнсә, тәүге көндәрҙә Башҡортостанда йәшәүселәрҙән меңдән ашыу һорау, шул иҫәптән видеомөрәжәғәт килгән. Халыҡты айырыуса юлдарҙы, мәктәптәрҙе, шулай уҡ район мәҙәниәт һарайҙарын ремонтлау кеүек темалар борсой.

https://www.bashinform.ru/news/politics/2023-11-29/radiy-habirov-provedet-pryamuyu-liniyu-s-zhitelyami-bashkirii-3541538

Автор:Азат Ғиззәтуллин
Автор: