+14 °С
Ясна
– Тимур Дәүләткилде улы Салауат Юлаев исемендәге батальон сафында хәрби әҙерлек үтә. Беҙ яҡташыбыҙҙың ҡарары менән ғорурланабыҙ,– тип яҙған Рөстәм Шәрипов.
Тимур Рәмов 1997 – 2016 йылдарҙа Хәйбулла районында эске эштәр органдарында эшләгән: патруль хеҙмәте милиционеры, ЮХХДИ инспекторы, эске эштәр органы штабы начальнигы, Эске эштәр министрлығы бүлегендә начальник урынбаҫары була. Быйыл ғинуарҙа район депутаттары Советы рәйесе итеп тәғәйенләнә. Өйләнгән, ҡатыны менән өс бала тәрбиәләйҙәр.