+4 °С
Болотло
Данис Ишморатов - "Курск" атом һыу аҫты кәмәһендә һәләк булған батыр яҡташыбыҙ, мичман Фәнис Ишморатовтың улы.
"Офицер дәрәжәһен алырға, күп бала тәрбиәләргә хыялланам, кәм тигәндә ете, күп бала атаһы булырға теләйем. Әсәй ейән-ейәнсәрҙәре менән ҡыуанһын өсөн, ҙур йортобоҙ, мунса булһын", - тип һөйләгән Данис "Коммерсант" ҡа биргән интервьюһында.
Батыр егетте иртәгә тыуған яғы Баймаҡ районының Мерәҫ ауылында һуңғы юлға оҙатасаҡтар.