АТАЙСАЛ
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
24 Октябрь 2022, 12:10

Башлыҡ рәхмәт белдерҙе

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә пост ҡалдырҙы. Ул беҙҙең доброволецтарға ебәрелгән гуманитар йөккә ҡағыла.

Башлыҡ рәхмәт белдерҙе
Башлыҡ рәхмәт белдерҙе

“Һуңғы аҙнала Башҡортостандан икенсе гуманитар конвой яугир-доброволецтар урынлашҡан урынға барып етте. Унда – “шайморатовсыларға” һәм “доставаловсыларға” иң кәрәкле әйберҙәр.  Термобелье, йылы әйберҙәр, аяҡ кейеме, термостар, инструменттар, аптечкалар, йоҡо тоҡтары – был егеттәргә унда, алғы һыҙыҡта, тормошон һәм эшен еңеләйтәсәк. Хатта музыка ҡоралдары ла бар – уларҙы иптәштәренең хәрби рухын күтәреү өсөн егеттәр үҙҙәре һораған. Посылкаларҙың бер өлөшө – һәм был иң ҡәҙерлеһе – өйҙән, туғандарҙан һәм яҡындарҙан.

Йөктө йыйырға ярҙам иткәндәрҙең һәм уны оҙатып йөрөүселәрҙең барыһына ла ҙур, ихлас рәхмәт.

Әлбиттә, был беҙҙең һуңғы гумконвойыбыҙ түгел – тағы ла буласаҡ, ҡышҡа кәрәкле әйберҙәрҙең бер өлөшөн үҙем алып барам. Яугирҙәребеҙгә ярҙам итергә вәғәҙә бирҙек, бының өсөн мөмкин тиклем күберәк эшләйбеҙ.

Эшләгеҙ, туғандар! Башҡортостан һеҙҙең менән”, – тип яҙҙы ул.

Фото: "Башинформ". 

Автор:Гульдар Кадаева