Беҙҙең хәтерҙә ул Ватаныбыҙ алдындағы хеҙмәт бурысын үтәп, хәрби антына һуңғы һулышына тиклем тоғро ҡалып, ғүмерен илдең азатлығы, яҡты ҡиләсәге өсөн биргән ысын яугир булып ҡаласаҡ.
Уның ваҡытһыҙ үлеме беҙҙең йөрәктәрҙе әрнетә, күңелдәрҙе борсоуға һала. Илебеҙҙең азатлығы өсөн, ата-бабаларыбыҙҙың эшен дауам итеп баш һалған яҡташыбыҙҙың ата-әсәһенең, яҡындарының, туғандарының ауыр ҡайғыларын уртаҡлашабыҙ, түҙемлек, күңел ныҡлығы теләйбеҙ.
Хөрмәтле ил һаҡсыһы – Ғәзиз Рәғип улы тураһындағы яҡты иҫтәлек беҙҙең йөрәктәрҙә мәңге һаҡланыр! — тип яҙҙы үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.
Мәрхүмдең яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ!
Баймаҡ районы Өмөтбай ауылынан Ғәзиз Мөхәмәҙиевты юғалттыҡ. Бик йәш кенә егет. Әйтеүҙәренсә, Ғәзиздең ике ағаһы хәрби бурысын үтәргә юлланған. Имен-һау ғына ҡайтһындар инде🤲🏻🤲🏻🤲🏻
Ғәзиздең әсәһенең, апаһының, ике ағаһының тәрән ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ, тип яҙалар социаль селтәрҙә. Беҙ ҙә яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашып, сабырлыҡ теләйбеҙ.
Тыныс йоҡла, Ғәзиз. Йәнең йәннәттә булһын.