Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
26 Сентябрь 2022, 09:09

Әллә ниҙәр бирер инем, ҡарамай хаҡтарына...

УЛАНДАРҘЫҢ ТЫУҒАН ТӨЙӘГЕБЕҘГӘ, ҒАИЛӘЛӘРЕНӘ ИМЕН - ҺАУ һәм ТИҘЕРӘК ҠАЙТЫУҘАРЫН ТЕЛӘЙЕК. ХОҘАЙ ҒЫНАМ, БАЛАҠАЙҘАРЫБЫҘҘЫ ҮҘЕҢДЕҢ ЯҠЛАУЫҢДАН ҺӘМ ҺАҠЛАУЫҢДАН АЙЫРМА!!!!! АМИН! АМИН! АМИН!

Күңел - тиҫбе.
Төймә - төймә уйҙар
Ебәк кенә ептәр - хистәрҙән
Өҙөлгәйне,
бер һепертмә буран
Өйөрөлтөп ап - аҡ кистәрҙән

Алып киткәс хәтер һуҡмағынан
Бәхет тулы йәйҙәр иленә,
Һары һағыш һөйрәп барам ниҙән
Ҡайыш тағып көҙҙәр биленә?

Ҡайыш тағып ирҙәр яуға китә...
Баш ҡалҡытҡан "хаин, гитлерҙәр."
Ҡалҡан итеп ғәзиз ғүмерҙәрен
Ут эсендә бөгөн йәш ирҙәр....

Ауыр килә көҙҙәр.
Ҡанлы...
Даулы...
Тыныс донъя ғына - солтанат!
Йәнә башҡорт яуҙа - яуҙаш...
Илен
Итмәҫ өсөн меҫкен олтанат.

Минзәлә Шөғәйепова.
👆Йырҙы Бөрйән районынан Хөрмәт Нәҙершин башҡара.

Автор:гульдар кадаева