Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
26 Сентябрь 2022, 11:10

Осрашҡанға тиклем тамамланыр яуҙар...

Сибай концерт-театр берекмәһе йырсыһы Әлфир Заманов өсөн ошо йырҙы яҙғанда бер ниндәй ҙә хәүефле уйҙар юҡ ине. Башҡорт кавдивизияһының юбилейына арналғайны.

 "Юлдаш" та еңеүсе булып, композиторы Рәмил Туйсин менән бергәләп килеп бүләк тә алғайнылар. Был йыр тап уның тауышына һәм уның төҫ-фиғеленә кеүек ине. Шул хәтлем дә йыр башҡарыусыһына "ултырыр" икән, тип һоҡланғайныҡ. Бөгөн йырҙың да, егетебеҙҙең дә ғүмерле булыуын теләйбеҙ.
Әлфир ҡусты! Һәм уның кеүек башҡа ир-егеттәр! Киләсәктә яҙыр һәм йырлар йырҙар булһын! Һин йырлар йырҙар булһын.

"Хаттар". М.Ҡаһарманова һүҙ. Р.Туйсин көйө.

Автор:гульдар кадаева