АТАЙСАЛ
+24 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
24 Сентябрь 2022, 22:36

Илде хәүеф баҫты

Аҙаҡҡы йылдар тормош матур булды, күтәрә алманыҡ, хәйер-саҙаҡаһыҙ йәшәнек, туйып, күп гонаһтар ҡылдыҡ. Иии, Раббыбыҙ, гонаһтарыбыҙҙы кисереп, бәлә-ҡаҙаһыҙ, ҡайғы-хәсрәтһеҙ йәшәргә насип ит, Хөкөмәт етәкселәренә мөһирбанлыҡ һәм айыҡ аҡыл биреп, боланы туҡтатырға ярҙам ит!


(Минең дәүеремдә генә дүртенсе тапҡыр)

Дуҫтар, туғандар, кемдең повестка алыр йәштә улдары бар, һеҙҙең хәлдәрҙе ныҡ аңлайым, үҙемдә лә шундай хистар уйанды.
Беҙҙекеләр ваҡытында Афган һуғышына ебәрәләр ине. Ҡотто устарға алып ултырған саҡтар булды. Теләктәремде Аллаһу тәғәлә ҡабул итте микән, ГДР ға ебәрҙеләр (Берлинға яҡын ғына). Бик шатландыҡ та ул, ләкин уларҙың икеһен бергә оҙатҡас, бөтә донья буш булып ҡалды, тормоштың йәме китте. Бер йыл йүнләп ашаманыҡ, бер беребеҙ менән әрләшеү түгел, хатта һөйләшмәҫ булдыҡ. Был хәл, бер йыл ғумер үткәс, атайҙары, , унда барып ҡайтҡас ҡына, тынысланды. Эш буйынса бер группаға етәксе итеп, шунда командировкаға ебәреп шәп иттеләр. Икенсе йылды үҙем путевка менән барып ҡайттым.
Әле лә йөрәк урынында түгел, яҡын-тирәлә ундай туған— ырыу егеттәр бар.

Инде киткән балаҡайҙарға имин -аман ғаиләләренә, еңеүсе герой булып, әйләнеп ҡайтырға насип итһен! Алаһтан һорағыҙ, илап ялуарығыҙ, (намаҙҙа булһағыҙ яҡшыраҡ булыр ине), "һорағыҙ, ҡабул итәрмен" тигән бит. Теге һуғышта әсәйҙәр доғалар яҙып, уны бөтеү итеп ( һыу кермәҫлек итеп) тегеп, кесәләренә һалғандар. Доғаларҙың иң яҡшыһын эҙләп ултырыу ҙа кәрәкмәй, "Ҡолһуаллаһ" барлыҡ ситуацияла ла ярай.
Дошмандан ҡурҡҡанда (ҡотолоу өсөн) уҡыла торған доға:
"Аллааһүммә иннәә нәджғәлүкә фии нүхүүриһим үә нәғүүҙү бикә мин шурууриһим" («Йә Аллаһ, дөрөҫлөктә, беҙ уларға ҡаршы Һинән ярҙам һорайбыҙ һәм уларҙың яуызлығынан Һиңә һыйынабыҙ!»)
Оҙатыусыға һәр ваҡыт "Сабырлыҡ" сүрәһен уҡып йөрөү хәлен еңелләтер.
Сабырлыҡ доғаһы:
"Үәл ғаср. Иннәл иңсәәнә ләфии хуср. Илләлләдинә әәмәнүү үә гәмилүссаалихәәти үә тәүәәсау бил хәҡҡый үә тәүәәсау биссабр" (Ҡөрьән, 103 сүрә).
Беҙҙе һаҡлап йөрөтөүсе күккә иҫән көйө күсерелгән Хызыр һәм Ильяс пәйғәмбәрҙәребеҙ юлдаш булһын! Оҙатҡанда иҫкә төшөрөп, ҡабатлағыҙ (ятлағыҙ):
"Ләә Иләһә иллаллаһ хәйерле халлас Мөхәҙрасулуллаһ Хызри Ильяс."

Аҙаҡҡы йылдар тормош матур булды, күтәрә алманыҡ, хәйер-садаҡаһыҙ йәшәнек, туйып, күп гонаһтар ҡылдыҡ.
Иии, Раббыбыҙ,гонаһтарыбыҙҙы кисереп, бәлә-ҡаҙаһыҙ, ҡайғы-хәсрәтһеҙ йәшәргә насип ит,хөкөмәт етәкселәренә мөһирбанлыҡ һәм айыҡ аҡыл биреп, боланы туҡтатырға ярдам ит!

ЗӘЙТҮНӘ КҮСӘПОВА.

Автор:гульдар кадаева