АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
17 Сентябрь 2022, 15:15

Радий Хәбиров: Төбәктәрҙә ирекле хәрбиҙәр әҙерләү идеяһы дөрөҫ

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рамзан Ҡадировтың төбәктәрҙә «үҙмобилизация» тураһында идеяһын дөрөҫ тип атаны.  

Радий Хәбиров: Төбәктәрҙә ирекле хәрбиҙәр әҙерләү идеяһы дөрөҫ
Радий Хәбиров: Төбәктәрҙә ирекле хәрбиҙәр әҙерләү идеяһы дөрөҫ

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Чечня етәксеһе Рамзан Ҡадировтың төбәктәрҙә «үҙмобилизация» тураһында идеяһын дөрөҫ тип атаны һәм республиканан ике ирекле батальондың махсус операцияла ҡатнашыуын билдәләне. Бынан алдараҡ Ҡадиров һәр төбәк башлығы «бер мең ирекле хәрби әҙерләргә һәләтлелер» тип белдергәйне. 

«Чечен Республикаһы башлығы Рамзан Ҡадировтың төбәктәрҙә «үҙмобилизация» тураһында идеяһы дөп-дөрөҫ, сөнки бөгөн һәр кемдең төп бурысы — махсус хәрби операцияға булышлыҡ итеү», — тине Башҡортостан Башлығы РИА Новости агентлығына.

Әлеге ваҡытта Башҡортостандың Миңлеғәле Шайморатов һәм Александр Доставалов исемендәге ике ирекле батальоны алғы һыҙыҡта, махсус хәрби операцияла ҡатнаша, тип белдерҙе ул.

«Ә йөҙәрләгән яҡташыбыҙ бер нисә ай инде «Барс» отрядында һәм башҡа подразделениеларҙа ҡаһарманлыҡ күрһәтә, — тип билдәләне Радий Хәбиров.  — Төбәктәрҙә иҡтисади һәм социаль тотороҡлоҡто тәьмин итеү, шул уҡ ваҡытта ике йүнәлешкә — Тыуған иле өсөн көрәшкән хәрбиҙәрҙең ғаиләләренә һәм алғы һыҙыҡтағы яугирҙәргә һәр яҡлап ярҙам итеүгә айырым иғтибар биреү мөһим. Уларға иҡтисади, гуманитар ярҙам күрһәтергә, техник тәьминәт йәһәтенән булышырға кәрәк».

https://www.bashinform.ru/news/politics/2022-09-16/radiy-habirov-ideya-o-podgotovke-dobrovoltsev-v-regionah-vernaya-2953124

Автор: