Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
29 Август 2022, 21:20

Тиҙерәк әйләнеп ҡайтығыҙ!

Республикаға идара итеү үҙәгендә ойошторолған Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров генерал Шайморатов һәм Александр Доставалов исемендәге батальондарҙың, әҙерлектәрен тамамлап, Украинаға махсус хәрби операция үткәреү зонаһына юлланыуҙары тураһында хәбәр итте.

Тиҙерәк әйләнеп ҡайтығыҙ!
Тиҙерәк әйләнеп ҡайтығыҙ!

Юлға сығыр алдынан хәрбиҙәр эко-өмә үткәргән, яндарындағы урманды сүп-сарҙан таҙартҡан. Шулай уҡ был айҙарҙа уларға ярҙам иткән персоналды тыуған көндәре менән тәбрикләгәндәр. Бер көн алда иһә бригаданың хәрби байрағын тапшырыу тантанаһы үткән.

- Башҡортостан батальоны составында булыу һәм ”шайморатовсы” исемен ғорур йөрөтөү минең өсөн мәртәбә. Беҙ Башҡортостанды һәм Рәсәйҙе данлап үҙебеҙҙең юлды һайланыҡ, – тип фекере менән уртаҡлашты Поп ҡушаматлы яугир.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2022 йылдың майында Хәрби диңгеҙ флотының диңгеҙ пехотаһы һәм махсус тәғәйенләнештәге отряды ветерандары Башҡортостан батальонын ойоштороу тәҡдиме менән сығыш яһаны. Идеяны башҡа ветерандар берләшмәләре лә, халыҡ та хуплаған. Теләге булғандар күп булғанлыҡтан, ике батальон төҙөлдө – генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов һәм Рәсәй Геройы Александр Доставалов исемендәге. Республика уларҙы кәрәкле бар нәмә - үҙенең формаһы, бронежилеттар, каскалар, көнкүреш кәрәк-ярағы һәм башҡалар менән тәьмин итте.

Башҡортостан батальондары яугирҙәре араһында төплө кешеләр күп, шуға күрә Хөкүмәткә, кадрҙар хеҙмәттәренә уларҙы тыныс тормошҡа ҡайтҡандан һуң эшкә урынлаштырыу тураһында уйларға кәрәк, тип билдәләне Радий Хәбиров.

– Был егеттәр Ватандың, ысын илһөйәрлектең нимә икәнлеген яҡшы аңлай, - тине Радий Хәбиров.

 

Автор:Гульдар Кадаева