Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
24 Август 2022, 09:15

Ир-егеттәргә барыһы ла кәрәк

Сибай ҡалаһының «Тиҫтер» үҫмерҙәр клубында Украинала махсус операцияла ҡатнашҡан яҡташтарыбыҙға гуманитар ярҙам йыйыу дауам итә. Сибайҙар клубҡа ир-егеттәргә кәрәкле әйберҙәр, тиҙ боҙолмай торған аҙыҡ-түлек килтерә. Ҡаланың социаль үҫешенә ярҙам мәрхәмәтлек фонды аша аҡсалата ярҙам да ҡабул ителә. - «Тиҫтер» клубында 9.00-17.00 сәғәттәрҙә кешеләрҙән ярҙам ҡабул итәбеҙ. Йыуыныу кәрәк-яраҡтары, ирҙәр эске кейемдәре, носки, таҫтамалал менән бер рәттән дарыуҙар ҙа ҙур һорау менән ҡуллана, — ти клуб директоры Лена Мөхәмәтова ҡалалаштарҙы әүҙемерәк булырға өндәп.

Ир-егеттәргә барыһы ла кәрәк
Ир-егеттәргә барыһы ла кәрәк

Мәрхәмәтлек сараһынан Сибай башҡорттары ҡоролтайы ағзалары ла ситтә ҡалманы. Педагогик хеҙмәт ветерандары Рәсимә Айсыуаҡова, Фирҙәүес Ибраһимова, Таңһылыу Ғәйнуллина тәүгеләрҙән булып клубҡа әйберҙәр алып барҙы. Ҡулы асыҡ кешеләр кеше ҡайғыһына бер ваҡытта ла битараф булмай. Шулай берҙәм булайыҡ!

Автор:Гульдар Кадаева