Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
4 Август , 14:45

Хәрби операция бурыстарын үтәүселәргә уңыштар теләйбеҙ!

  Баймаҡ районы хакимиәте башлығы Фәнис Әминев үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә: «Эш сәфәре менән Миңлеғәле Шайморатов исемендәге батальонда хеҙмәт иткән һалдаттарыбыҙ янында булдым. Иртәнән алып кискә тигле күнекмәләр. Әҙерлек бик ҡыҙыу бара. Тиҙҙән һалдаттарыбыҙ алғы һыҙыҡҡа баҫасаҡ. Һеҙ - ысын геройҙар, һеҙҙең өсөн Ватан, намыҫ, ант - буш һүҙҙәр түгел! Беҙ ышанабыҙ, барығыҙ ҙа өйҙәрегеҙгә имен-аман ҡайтырһығыҙ, беҙ көтәбеҙ! Һеҙҙең алда баш эйәбеҙ һәм оло рәхмәтлебеҙ», — тип яҙҙы.

Хәрби операция бурыстарын үтәүселәргә уңыштар теләйбеҙ!
Хәрби операция бурыстарын үтәүселәргә уңыштар теләйбеҙ!

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров етәкселегендәге делегация Рәсәй Геройы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов исемендәге Башҡортостан  мотоуҡсылар батальонының хәрби әҙерлек урынында булды. Улар яугирҙәр менән аралашты һәм уларға махсус хәрби операция бурыстарын үтәүҙә уңыштар теләне.

Полигонға сәфәр барышында Башҡортостан Башлығы тактик занятиеларҙа булды, яугирҙәрҙең йәшәү шарттары менән танышты, шулай уҡ ирекмән-яугирҙәргә теләктәрен еткерҙе.

– Һеҙ бында бер айға яҡын инде һәм оҙаҡламай әҙерлекте тамамлаясаҡһығыҙ. Эштең бик етди барғанын күрәбеҙ. Бында профессиональ белгес-командирҙар һәм хәрби шарттарға яраҡлаштырылған урын әҙерләнгән, – тип билдәләне Радий Хәбиров. – Беҙҙең өсөн һеҙҙең менән осрашыу мөһим ине, һеҙгә нимә кәрәклеген һәм ниндәй теләктәрегеҙ барлығын белге килде.

Аралашыу барышында яугирҙәр төбәк етәксеһенән уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеүҙәрен һораны.

– Был минең бурысым һәм шәхси яуаплылығым, – тип билдәләне Радий Хәбиров. – Беҙ мотлаҡ һеҙҙең туғандарығыҙға һәм яҡындарығыҙға ярҙам итәсәкбеҙ, һеҙҙең әйләнеп ҡайтыуығыҙҙы бергәләп көтәсәкбеҙ.

Хәрбиҙәр махсус операция тамамланғандан һуң да Миңлеғәле Шайморатов исемендәге батальонды тарҡатмауҙы һораны.

– Был ҡыҙыҡлы фекер, беҙ мотлаҡ һеҙҙең тәҡдим тураһында уйларбыҙ, – тине Радий Хәбиров.

Билдәле булыуынса, республикала шулай уҡ Рәсәй Геройы, гвардия майоры Александр Доставалов исемендәге Башҡортостан батальоны ойошторолдо. Ул июль айында хәрби әҙерлек башланы.

Фото: https://glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/156298.html

 

Автор:Гульдар Кадаева