АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
10 Апрель 2022, 18:20

YouTube каналы кемгә ҡаршы эшләй?

Өфө дәүләт нефть техник университетының ижтимағи-сәйәси коммуникациялар кафедраһы мөдире профессор Эдуард Гәрәев фекеренсә, Google һуңғы осорҙа үҙенең өҫтөнлөклө позицияһын үҙгәртә һәм бөтә ысулдар менән һүҙ азатлығы принцибын, граждандарҙың мәғлүмәтте ирекле алыу хоҡуғын боҙа — был бер ҡалыптарға ла һыймай.

YouTube каналы кемгә ҡаршы эшләй?
YouTube каналы кемгә ҡаршы эшләй?

— YouTube-тан баш тартыу хәҙерге ҡатмарлы иҡтисади шарттарҙа бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ вәкилдәренең хәлен ҡатмарлаштырасаҡ. Минеңсә, бындай хәлдә сығыуҙың берҙән-бер юлы – Рәсәй яғынан ыңғай йөкмәткене һиҙелерлек арттырыу. Был YouTube-тың йөкмәткеһен тулыһынса көйләй һәм фильтрлай алмауына килтерәсәк, йәғни "һандан сифатҡа күсеү" фәлсәфә законын индерергә кәрәк.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Украинала махсус операция башланыу менән YouTube видео-хостинг күңел асыу һәм белем биреү контенты сығанағы булыуҙан туҡтаны, мәғлүмәти һуғыш ҡоралына әүерелде – был турала Рәсәй Йәмәғәт палатаһында ла фекер алыштылар, унда социаль селтәрҙәрҙе файҙаланыусылар өсөн яңы ысынбарлыҡ тикшерелде. Төрлө интернет-сайттарҙа, шул иҫәптән YouTube видео-хостингында Рәсәйгә ҡаршы мәғлүмәт кампанияһы үткәрелә, уның маҡсаты — йәмғиәтте тотороҡһоҙландырыу һәм рәсәйҙәрҙең аңын манипуляциялау тигән фекергә килде ҡатнашыусылар. Уның хужалары асыҡтан-асыҡ руссофобик йөкмәткене урынлаштырырға ғына түгел, шулай уҡ ялған материалдар таратырға мөмкинлек бирә. Шул уҡ ваҡытта Рәсәй каналдары, киң мәғлүмәт саралары һәм мәҙәни проекттар эфирға сығарылмай.

"Түңәрәк өҫтәл"дә ҡатнашыусыларҙы айырыуса YouTube каналы борсой: Рәсәйҙә видеохостингҡа ҡарата 22-нән ашыу протокол төҙөлгән, 50 миллион һумдан ашыу штраф һалынған. YouTube-ҡа ҡарата иһә штраф системаһы эшләмәй, шуға күрә емергес контентты сикләү өсөн ҡатыраҡ саралар кәрәк булыуы ихтимал.

— Хәүефһеҙ интернет лигаһы "Роскомнадзор"ҙың YouTube-ҡа ҡарата әлеге көнгә тиклем саралар күрмәүен аңламай. Ҡулланыусылар беҙгә күмәкләп яҙа: ни өсөн YouTube-та асыҡтан-асыҡ руссофобик контент ҡына бар, ни өсөн альтернатива юҡ, ни өсөн унда украин позицияһы ғына тәҡдим ителә? Ни өсөн Рәсәй Федерацияһының рәсми киң мәғлүмәт сараларына яңылыҡтар ғына түгел, белем биреү йөкмәткеһе күп булған “Спас” һәм “Культура” кеүек киң мәғлүмәт саралары ла эфирға сығарылмай? "Роскомнадзор"ҙың ошо мөрәжәғәттәрҙе ишетеүен теләйем, — тине Рәсәй Йәмәғәт палатаһы ағзаһы, Хәүефһеҙ интернет лигаһы директоры Екатерина Мизулина.

Уның һүҙҙәренсә, Интернет селтәрендә Украиналағы махсус операция темаһына 3,4 миллиондан ашыу дөрөҫ булмаған хәбәр яҙҙырылған. "Роскомнадзор" 45 меңдән ашыу ялған хәбәрҙе алып ташлаған. 8700-ҙән күберәк интернет-ресурс ябылған.

Фото: ouks.kolos.obr55.ru

Автор:Гульдар Кадаева