АТАЙСАЛ
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
6 Март 2022, 16:00

“Аҡсаға хәүеф янамай”

Әле Европа илдәренең ҡайы берҙәре һәм АҠШ-тың Рәсәйгә ҡаршы иғлан ителгән санкциялары арҡаһында Рәсәйҙең Үҙәк банкы төп ставканы 22 процентҡа тиклем күтәрҙе. Халыҡ араһында иҡтисади көрсөк тураһында йыш һөйләйҙәр. Магазин кәштәләренән аҙыҡ-түлекте күпләп алалар, күптәр банктарҙа ятҡан аҡсаһын ҡулаҡсаға әйләндерә. Был мәлдә кемгә ышанырға һәм ниндәй саралар күрергә? Был һорауҙарға иҡтисад фәндәре докторы, Башҡортостандың мәғарифте үҫтереү институты ректоры Азат Йәнгиров яуап бирә.

“Аҡсаға хәүеф янамай”
“Аҡсаға хәүеф янамай”
  • Февралдең һуңғы көндәрендә бығаса булмаған хәл теркәлде - Рәсәйҙең Үҙәк банкы төп ставканы 22 процентҡа тиклем күтәрҙе. Был аҙымды һеҙ нимә менән аңлатаһығыҙ?
  • Был ҡарар депозиттар ставкаһын арттырыу мөмкинлеге бирә тип әйтергә кәрәк. Һаҡлыҡ банкы менән ВТБ тәүгеләрҙән булып депозит ставкаларын 16 – 18 процентҡа күтәрҙе, “Совкомбанк” 23 процентҡа тиклем ставкаһын арттырҙы. Был банктарҙың барыһы ла санкцияға эләккән банктар икәнен һыҙыҡ аҫтына алыға кәрәк. Шуға ҡарамаҫтан, ошо банктарҙың бөтә кәрәкле ресурстары, идара итеү тәжрибәһе бар һәм бер ниндәй ҙә ҡурҡыныс күрмәйем. Үҙәк банк тарафынан ставканы күтәреү инфляция хәүефен ҡаплауға булышлыҡ итәсәк, финанс тотороҡлолоҡ тәьмин итәсәк һәм граждандарҙың банктағы аҡсаларын һаҡлауға гарант булып тора.
  • Тимәк, был яңылыҡ бөгөн үк банкка барып, унда ятҡан аҡсаны ҡулаҡсаға әйлендерергә кәрәк тигәнде аңлатмай, шулаймы?
  • Әлбиттә! Ил эсендә ҡулаҡса менән иҫәпләшеүҙә ауырлыҡтар тыумаясаҡ. Картала ятҡан аҡсаны ҡулаҡсаға әйләндереүҙән бер ниндәй ҙә мәғәнә күрмәйем.
  • Түбән ставка менән һалынған аҡсаларҙы алып, юғары процент менән кире банкка һалырға була инде?
  • Күптәр шулай итә лә. Аҡсаларын долларҙа һаҡлаған кешеләргә лә уйланырға кәрәктер. Был депозиттар буйынса ставкалар 8 процентҡа артты. Шуға аҡсаны долларҙа ҡалдырырға була тип һығымта яһайым.
  • Ставканың 22 процентҡа артыуы тарихи күренеш тип билдәләй белгестәр. Бындай хәлдең булғаны бармы?
  • Рәсәй тарихында ставканың 14 процентҡа тиклем артҡаны булды, әммә егерменән ашыу булғаны әле теркәлмәгәйне.
  • Аҡсаға бәйле һуңға осорҙа бик күп ялған мәғлүмәт тә йөрөй. Ошо хаҡта бер нисә һүҙ әйтеп үтһәгеҙ ине.
  • Эйе, ысынлап та халыҡ араһында фейктар күп. Имеш-мимеш хәбәргә ышаныусылар ҙа байтаҡ. Ни бары рәсми мәғлүмәт сығанаҡтарына ғына таянырға кәрәк. Беҙҙең Европа менән бәйләнештәр күп, түләүҙәр эшләнә. Шуға әлеге хәлдән Европа күберәк зыян күрәсәк. Санкциялар һөҙөмтәһендә АҠШ-ҡа ҡарағанда Европа иҡтисады күпкә нығыраҡ ҡаҡшаясаҡ. Иҡтисади һөҙөмтәләрҙе еңеләйтеү өсөн Рәсәй Президентының Указы булды. Республика иҡтисади үҫеш стратегияһын ошо иҡтисади шарттарға ҡулайлаштырыға тейеш. Пандемия мәлендә көсөргәнешле шарттарҙа эшләргә өйрәндек, был һынауҙы уңышлы үттек. Шуға әлеге хәл беҙгә әллә ни ҡурҡыныс тыуҙырмаясаҡ. 2021 йылдың ғинуарының күрһәткестәрен алғанда, етештереү индексы 115 процентҡа еткән. Был беҙҙең ауыр шарттарҙа эшләргә өйрәнеүебеҙ тураһында һөйләй.
  • Рәсәй Премьер-министры Михаил Мишустин әлеге хәл эшҡыуарҙар өсөн яңы мөмкинлектәр асты тип билдәләне. Ошо һүҙҙәргә ҡарата һеҙҙең фекерегеҙ?
  • Был мөмкинлекте мин тәү сиратта ауыл хужалығы тармағында күрәм. Сит илдәрҙең Рәсәйгә ҡарата яңы санкциялары ауыл хужалығы тармағына яңыса эшләргә, етештереү күләмен арттырырға юлдар аса. Һәр хәлдә урындағы етештереүселәргә иғтибар артасаҡ.
  • Һәр көрсөк алдынан халыҡ күпләп ҡара боҙай алып ҡуя. Әле ҡара бойҙай алырға ваҡытмы?
  • Беҙҙең республиканың аграр тармағы көслө. Шуға аҙыҡ-түлек менән өҙөклөк булмаясаҡ. Был йәһәттән халыҡҡа борсолорға кәрәкмәй. Күптән түгел ауыл хужалығы кооперативтарына 173 миллион һумлыҡ гранттар юлланды. Был аҡсаға улар яңы йыһаздар һәм ҡорамалдар ала. Тимәк, етештереүсәнлек күләмен дә арттырасаҡтар.

Иң мөһиме – әлеге ваҡытта имеш-мимешкә ышанмай, рәсми мәғлүмәттәргә таянып ҡына эш итергә кәрәк тип кәңәш бирәм. Беҙ санкцияларҙы еңеп сыға аласаҡбыҙ.

Автор:Гульдар Кадаева