Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
4 Октябрь 2021, 13:05

Сибайҙар алдынғы

Сибай ҡалаһы юғары һайлау әүҙемлеге күрһәтеүсе ҡалалар исемлегенә ингән. Урында йәшәүселәрҙең 73 проценты тауыш биреүҙә ҡатнашҡан. Әлеге көндә һайлауҙың бер мандатлы округтарҙа тауыш биреүҙәрҙең һөҙөмтәләре билдәле.

Сибайҙар алдынғы
Сибайҙар алдынғы

Рәсәйҙә бөтәһе 225 бер мандатлы округ иҫәпләнә. Уларҙың һәр ҡайһыһы һайлауға үҙ кандидатураһын күрһәтә. Сибай ҡалаһы Салауат бер мандатлы округына ҡарай, Урал аръяғы райондары ла ошо округҡа инә. Округ буйынса һайлауҙа 74 процент кеше ҡатнашҡан. Алдан иҫәпләүҙәр буйынса иң күп тауышты “Берҙәм Рәсәй” партияһы кандидаты Рәсәй Дәүләт думаһы депутаты һәм Думаның төҙөлөш, закондар сығарыу буйынса комитет ағзаһы Зариф Байғусҡаров йыйған.
Икесе урында Рәсәй Федерацияһының коммунистар партияһынан кандидат БДУ-ның Сибай институтының тәбиғи-математика факультеты деканы Илгиз Һөйөндөков килә.
Өсөнсө урынды Рәсәй коммунистар партияһынан кандидат филолог, рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Инна Рамаҙанова биләй.
Салауат бер мандатлы округында һайлау һөҙөмтәһе буйынса партиялар түбәндәге рәүештә урынлашты: Берҙәм Рәсәй, Рәсәй Федерацияһының коммунистар партияһы һәм ЛДПР.

Автор:Гульдар Кадаева