Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
22 Сентябрь 2021, 15:25

Именлек өсөн тауыш бирҙек

17-19 сентябрҙә Сибай ҡалаһында мөһим сәйәси кампания –Һайлау барышында 23 участка эшләне, шуларҙың дүртәүһендә һайлау бюллетендәрен эшкәртеү комплекстары булып, тауыштарҙы автоматик рәүештә иҫәпләне. Һайлауҙың беренсе көнөндә үк сибайҙар әүҙемлек күрһәтте. Бынан тыш өйҙәренән сығып йөрөй алмаусылар тауыш бирә алһын өсөн бөтә шарттар ҙа тыуҙырылды.

Именлек өсөн тауыш бирҙек
Именлек өсөн тауыш бирҙек

--Иремдең аяҡтары ауырта, шуға ла беҙгә һайлау комиссияһы ағзалары өйгә килде. Илебеҙҙең сәйәси тормошон гел күҙәтеп барғас, әле унан ситтә бер ҙә ҡалғыһы килмәй ине. Ярай әле, шундай күсмә бригада бар. Үҙ тауышыбыҙҙы бирҙек. Имен, тыныс киләсәк өсөн тауыш бирҙек. Депутаттар тейешле кимәлдәге закондар сығарыр, ҡартлығыбыҙ лайыҡлы булыр тип ышанам,--ти Сибай башҡорттары ҡоролтайы ағзаһы Рәсимә Фитрат ҡыҙы Айсыуаҡова. –Был юлы пенсияға 10-ар мең өҫтәмә аҡса алдыҡ. Дәүләт ярҙамы хатта урынлы булды. Рәхмәт!

Ҡаланың барлыҡ һайлау участкалары ла “Рәхмәт” акцияһына ҡушылды. Дөйөм алғанда урында йәше лә, ҡарты ла гражданлыҡ бурысына яуаплы ҡараны.

-- Өс көн дауам иткән һайлауҙа кешеләр яйлап, уйлап тауыш бирҙе. Беренсе һәм өсөнсө көндәре айырыуса йәнлелек һиҙелде. Һайлау участкаһының эш көнөндә лә, ялдарҙа ла асыҡ булыуы һәр кемгә уңайлы булды, --тине 618-се һайлау участкаһы рәйесе Сергей Чулков.

 

Автор:Гульдар Кадаева