Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
18 Сентябрь 2021, 10:35

Һайлау дауам итә

Бөгөн, 18 сентябрҙә Сибай ҡалаһында Рәсәй Дәүләт Думаһының VIII саҡырылышына депутаттар һайлау дауам итә. Иртәнге 08.00 сәғәттә бөтә һайлау участкалары ла үҙ эштәрен тергеҙҙе. Һайлау участкаларының барыһында ла кешеләр металл детекторҙар аша үтеп инә. Һәр кемдең тән температураһы үлсәнә, һаҡланыу саралары таратыла.

Һайлау дауам итә
Һайлау дауам итә

Ҡаланың 12-се мәктәбендә урынлашҡан 633-сө һайлау участкаһында кисә лә йәнлелек һиҙелде, бөгөн дә бында эштәр гөрләй. Коронавирус таралыу хәүефен кәметеү маҡсатында һәр һайлаусыға битлек, бирсәткә бирәләр.  Шулай уҡ “Рәхмәт” акцияһының браслеттары ла таратыла. Кешеләр төрлә хеҙмәттәргә ташламалар менән ҡуллана башлағандар ҙа инде.
#һайлау2021#голосуемвместе

 

Автор:Гульдар Кадаева