АТАЙСАЛ
+18 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
17 Сентябрь 2021, 21:20

Хәйбуллалар әүҙем

Хәйбулла районында өс көн дауам иткән һайлауҙар барышында 60 һайлау участкаһы эшләй. Был осорҙа бөтәһе 22930 кеше үҙ тауышын бирергә тейеш. Быйыл 18 йәше тулған 488 ҡыҙ һәм егет беренсе тапҡыр гражданлыҡ бурысын үтәйәсәк.

Хәйбуллалар әүҙем
Хәйбуллалар әүҙем

Был хаҡта үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Хәйбулла районы хакимиәте башлығы Рөстәм Динислам улы Шәрипов белдерҙе. Ул шулай уҡ барлыҡ район халҡын мөһим сәйәси сарала әүҙемлек күрһәтергә саҡырҙы.

Һайлау участкаларының барыһында ла коронавирусҡа ҡаршы санитар-эпидемиологик хәүефһеҙлек алымдары ҡулланыла.

#БашкортостанВыбирай

Хәйбуллалар әүҙем
Хәйбуллалар әүҙем
Автор:Гульдар Кадаева