АТАЙСАЛ
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
15 Сентябрь 2021, 18:00

Алтында һайлау участкаһы әҙер

Сибай ҡалаһының Алтын ҡасабаһындағы 628-се һайлау участкаһы “Тиҫтер” балалар, үҫмерҙәр һәм йәштәр клубында урынлашҡан.  Һайлау участкаһы рәйесе урынбаҫары, “Тиҫтер” балалар, үҫмерҙәр һәм йәштәр клубы директоры Лена Мөхәмәтова һайлау участкаһының мөһим сараға әҙер булыуын һәм унда көндә 16.00-18.00 сәғәттәрҙә дежурлыҡ ойошторолоуын белгертте.

Алтында һайлау участкаһы әҙер
Алтында һайлау участкаһы әҙер

Сибай ҡалаһының Алтын ҡасабаһындағы 628-се һайлау участкаһы “Тиҫтер” балалар, үҫмерҙәр һәм йәштәр клубында урынлашҡан. Һайлау участкаһы комиссияһы рәйесе Азамат Афзал улы Абдуллин белдереүенсә, мөһим сара уҙасаҡ бина һайлау уҙғарыу өсөн тулыһынса әҙер.

--Һайлау кампанияһында бик күптәнән ҡатнашам. Башта участка һайлау комиссияһы ағза булһам, һуңғы 5 йыл дауамында рәйес вазифаһын башҡарам. Кешеләр гражданлыҡ бурысын теүәл һәм уңайлы шарттарҙа үтәй алһын өсөн был эшкә тотондом,-- ти “Юлдаш” лагеры директоры, 628-се һайлау участкаһы рәйесе Азамат Афзал улы.—Беҙҙең учаткала гражданлыҡ бурысына яуаплы ҡараған кешеләр йәшәй. Иртәнсәктән кеше була, көнө буйы ла йәнлелек һиҙелә. Был юлғы һайлауҙарҙа ла шул әүҙемлекте ташламаҫтар тип ышанам. Ойошҡанлы үтер, моғайын. Өйҙәренән сығып йөрөй алмағандарға комиссияның күсмә бригадаһы барып, тауыш бирҙертәсәк. Һайлау сиктәрендә төрлө саралар уҙғарыу ҙа ҡаралған. Әлбиттә, күҙәтеүселәр буласаҡ.

Һайлау участкаһы рәйесе урынбаҫары, “Тиҫтер” балалар, үҫмерҙәр һәм йәштәр клубы директоры Лена Мөхәмәтова ла һайлау участкаһында көндә 16.00-18.00 сәғәттәрҙә дежурлыҡ ойошторолоуын белгертте.

Өс көн дауам иткән һайлау ваҡытында коронавирус сиренә ҡаршы саралар күрелә. Һайлауға килгән кешеләрҙең ҡулдары шыйыҡса менән эшкәртелә, битлектәр таратыла. Комиссия ағзалары ла битлектә булып, документация, бланктар менән бирсәткәләр кейеп эш итә.

 

Алтында һайлау участкаһы әҙер
Алтында һайлау участкаһы әҙер
Автор:Гульдар Кадаева