АТАЙСАЛ
+24 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
9 Декабрь 2020, 12:45

СТАЖҒА ҠАРАП ТҮЛӘРҘӘРМЕ?

Йәш белгестәр больничный алһа, минималь компенсация ала ине. Әгәр кеше ауырый икән, уға бит дарыуҙар алырға, сифатлы туҡланырға кәрәк. Был, әлбиттә, кеҫәгә “һуға”. Шуға бәләкәй стажлы кешеләргә был закон бик ярап ҡалыр ине

“Берҙәм Рәсәй” кисә Дәүләт Думаһына социаль төҙәтмәләргә үҙгәрештәр индереү пакетына үҙ тәҡдимдәрен әйтте. Билдәле булыуынса, ил етәксеһе Владимир Путин инициативаһы менән 31 декабргә тиклем больничный алыусыларға минималь эш хаҡынан (МРОТ-тан) кәм түләмәҫкә тейештәр (пандемия мәлен күҙ уңында тотҡайнылар). “Берҙәр Рәсәй” был алымды киләсәктә лә дауам итеүҙәрен һораны.
--Был күптәр өсөн, айырыуса балалы ғаиләләргә ярҙам булды. Был мөһим һәм кәрәк. Шуға уны дауам итеү яҡшы булыр ине, - тип белдерә “Берҙәм Рәсәй” генсоветының секретары Андрей Турчак.
Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Римма Үтәшева был тәҡдимде хуплай.
--Йәш белгестәр больничный алһа, минималь компенсация ала ине. Әгәр кеше ауырый икән, уға бит дарыуҙар алырға, сифатлы туҡланырға кәрәк. Был, әлбиттә, кеҫәгә “һуға”. Шуға бәләкәй стажлы кешеләргә был закон бик ярап ҡалыр ине,--ти ул.
Партияның инициативаһы үҙе йә балаһы сирләп өйҙә ултырыусы хеҙмәткәрҙәрҙе яҡлауға йүнәлтелгән. Айырыуса әлеге эпидемиологик хәл мәлендә был актуаль.
--Йәш белгестәр өсөн был айырыуса ҡыуаныслы буласаҡ. Сөнки улар ауырып китһә, быға ҡәҙәр эш хаҡының 60 процентын ғына ала ине. Әгәр эш хаҡы түбән икән, был түләү бөтөнләй аҙ була. Шуға ла стажға ҡарамай һәр ауырыусы хеҙмәткәргә МРОТ-тан кәм түләмәү яҡшы буласаҡ. Ул больничный алыуҙан ҡурҡмаясаҡ,--ти “Берҙәм Рәсәй” фирҡәһе етәксеһе урынбаҫары Андрей Исаев.
Шулай уҡ “Берҙәм Рәсәй” минималь эш хаҡы түләүен, минималь йәшәү кимәлен кәметеүҙе тыйырға тәҡдим итә. Закон проектына ярашлы, киләһе йылға билдәләнәсәк МРОТ кимәле алдағыһынан кәм булмаҫҡа тейеш.
--МРОТ һәм йәшәү кимәлен билдәләр алдынан өс йүнәлешле Рәсәй комиссияһы менән, профсоюз һәм эш биреүсе менән килешелһен ине ул. Беҙ быны ла тәҡдим иттек,--ти парламентарий.