Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
13 Сентябрь 2020, 21:30

ЙӘШТӘР ҘӘ ҺАЙЛАУҒА КИЛДЕ

Район буйынса 80 һайлау участкаһы эшләй, барлығы 42 444 граждан ҡатнашырға тейеш. Тәүге тапҡыр 173 йәш кеше тауыш бирә. Шуларҙың береһе - Зөбәржәт Ханафина. 18 йәшлек ҡыҙ Сыңғыҙ ауылындағы һайлау участкаһына тәүгеләрҙән килеп, гражданлыҡ бурысын үтәп тә өлгөргән.

Бөгөн, Берҙәм тауыш биреү көнөндә, Баймаҡ халҡы район һәм ҡала советтарына депутаттар һайлай. Шулай уҡ Семеновск, Татлыбай, Түбә ауыл биләмәләрендә өҫтәмә һайлауҙар үткәрелә.

Район буйынса 80 һайлау участкаһы эшләй, барлығы 42 444 граждан ҡатнашырға тейеш. Тәүге тапҡыр 173 йәш кеше тауыш бирә. Шуларҙың береһе - Зөбәржәт Ханафина. 18 йәшлек ҡыҙ Сыңғыҙ ауылындағы һайлау участкаһына тәүгеләрҙән килеп, гражданлыҡ бурысын үтәп тә өлгөргән.

"Әлбиттә, бер аҙ тулҡынландым. Ни тиһәң дә, тәүге тапҡыр ҙур гражданлыҡ бурысын үтәнем. Минең өсөн иң көтөлмәгәне бүләк алыу булды", - тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты Зөбәржәт.

Сыңғыҙ ауылында, һәр ваҡыттағыса, тауыш биреү әүҙем бара: халыҡ күп, күңелле музыка уйнай, йәрминкәләр гөрләй, теләгәндәр медпунктҡа инеп гриптан прививка эшләтә ала.

Баймаҡ ҡалаһының 1-се мәктәбендә урынлашҡан 1001-се һайлау участкаһында тәүгеләрҙән булып район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев тауыш бирҙе. Бындағы исемлектә барлығы 2550 кеше теркәлгән. Шуларҙың 13-ө быйыл беренсе тапҡыр гражданлыҡ бурысын үтәй. Һайлау участкаһы рәйесе Илшат Хисмәтуллин әйтеүенсә, алдан тауыш биреү мөмкинлегенән 51 кеше файҙаланған. Шулай уҡ теләк белдергәндәрҙең, йә иһә ауырыу сәбәпле һайлауға килә алмағандарҙың өйөнә барып тауыш бирҙертәләр, бының өсөн бригадалар булдырылған.

Райондың барлыҡ һайлау участкаларында ла һаҡланыу саралары теүәл үтәлә, килгән һәр кемдең тән температураһы үлсәнә, битлек һәм бирсәткәләр бирелә.

Баймаҡ районында тауыш биреү тыныс шарттарҙа бара, һәр ваҡыттағыса, халыҡ әүҙемлек күрһәтә.
Зөлфиә Сафина фотоһы.
Читайте нас: