Бөгөн Сибай ҡалаһы ҡала округы Советы депутаттары һайлана. Ҡаланың 638-се һайлау участкаһында эш әүҙем бара. Участка рәйесе И.Р.Солтангәрәев белдереүенсә, тәү сиратта һаҡланыу сараларына ҙур иғтибар бүленгән. Эш бар санитар-эпидемиологик нормаларҙы теүәл үтәп ойошторола. Һайлауға килә алмаусы өлкән йәштәге кешеләр, сәләмәтлеге буйынса сикләнгән граждандар, ғөмүмән, ярҙамға мохтаждар өсөн тауыш биреү өйҙәрендә ойошторола. Бының өсөн махсус комиссия төҙөлгән.