Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
18 Август 2020, 12:30

ОСРАШЫУ ҮТТЕ

Йәмәғәтселәр әйтеүенсә, ҡайһы бер райондарҙа Ҡуштау яҡлыларҙы эштән ҡыуыу менән янайҙар. Быға Башлыҡтың яуабы түбәндәгесә булды: --Ныҡлы һүҙ бирәм: бер ниндәй ҙә репрессия булмай.

Бер нисә көн бөтә республика халҡы Ҡуштау янындағы хәлдәрҙе тетрәнеп күҙәтте. Уның янында флешмоб, экологик өмә үткәреүсе халыҡҡа Башҡорт сода комбинаты, шәхси һаҡ бүлеге ҡаршы сыҡты, бәрелештәр булды. Республика Башлығы Р.Ф.Хәбировтың килеүе генә был хәлдең артабан үҫешен туҡтатты.
Кисә Башлыҡ бер төркөм кешеләр – Ҡуштауҙы эшкәртеүгә ҡаршы булыусылар менән осрашты. Уны һәр кем социаль селтәрҙәрҙә онлайн күҙәтә алды. Һөйләшеүгә ҡыҫҡаса күҙ һалып, республика Башлығының әйткәндәрен еткерәбеҙ:
--Ҡуштауға берәү ҙә инмәй, компромисс табылмайынса уға бер кем дә әлегә теймәй.
--Ҡуштау яҡлылар башлыса ихлас кешеләр, улар тауҙы, тәбиғәтте ярата. Әммә “Сода” хеҙмәткәрҙәрен дә оноторға ярамай, предприятие эшләргә тейеш. Уларҙы ла уйларға кәрәк. Һеҙ миңә ниндәй ҡарашта булыуығыҙға ҡарамаҫтан, бергәләп хәл итергә тейешбеҙ. Шундай әйтем бар: Яҡшы дуҫлыҡ яҡшы һуғыштан һуң килә. Әрләшеүҙе бөтөрөп, һөйләшә башларға ваҡыт.
Йәмәғәтселәр әйтеүенсә, ҡайһы бер райондарҙа Ҡуштау яҡлыларҙы эштән ҡыуыу менән янайҙар. Быға Башлыҡтың яуабы түбәндәгесә булды:
--Ныҡлы һүҙ бирәм: бер ниндәй ҙә репрессия булмай.
Мәсьәләне юридик яҡтан ҡарап, Башлыҡ “Сода”ның тауҙы эшкәртеүгә законлы хоҡуғы булыуын әйтте һәм шулай ҙа улар брифинг үткәреп, уны тағы бер ҡат ҡараясаҡтарын белдерҙе.
Шулай уҡ Башлыҡ Ҡуштауҙы эшкәртеүгә ҡаршы һәр кем менән ултырып һөйләшергә әҙер булыуҙарын, әммә экстремистар менән бер ҡасанда осрашмаясаҡын әйтте. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: “Башҡорт” ойошмаһындағы әүҙемселәрҙе экстремист тип таныйҙар...
Прокуратура үҙ баһаһын бирәсәк. Бында кешенең вазифаһы, эш урыны иҫәпкә алынмаясаҡ. Һәр кем прокуратураға видеоматериал ебәреп, шаһит булараҡ үҙ фекерен еткерә ала.
Тулы вариант түбәндәге һылтанма буйынса: https://glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/134812.html
Читайте нас: