Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
17 Август 2020, 00:05

Ҡуштау янындағы һөйләшеү

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров бөгөн, 16 август көнө, Ҡуштау янында изге тауҙы яҡлаусылар менән осрашты. - Бөгөн Башҡорт сода комбинаты тауҙан китәсәк, һеҙ ҙә китәһегеҙ. Һүҙ бирәм: Ҡуштау буйынса уртаҡ фекергә килмәйенсә тауға башҡа бер кем дә инмәй, - тине Радий Фәрит улы.Бынан тыш, төбәк етәксеһе Стәрлетамаҡ шихандары буйынса Йәмәғәт советы булдырыу тәҡдимен ҡабул итте һәм иртәгә үк экоәүҙемселәрҙең лидерҙарын үҙенә килергә саҡырҙы.Тауҙы яҡлап сығыусы халыҡ бөгөн "Сода"ның үҙ артынан төҙөлөш һәм көнкүреш ҡый-һайын алып сығыуҙы талап итте. Хәбиров уларҙың талабын хупланы.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров бөгөн, 16 август көнө, Ҡуштау янында изге тауҙы яҡлаусылар менән осрашты.
- Бөгөн Башҡорт сода комбинаты тауҙан китәсәк, һеҙ ҙә китәһегеҙ. Һүҙ бирәм: Ҡуштау буйынса уртаҡ фекергә килмәйенсә тауға башҡа бер кем дә инмәй, - тине Радий Фәрит улы.
Бынан тыш, төбәк етәксеһе Стәрлетамаҡ шихандары буйынса Йәмәғәт советы булдырыу тәҡдимен ҡабул итте һәм иртәгә үк экоәүҙемселәрҙең лидерҙарын үҙенә килергә саҡырҙы.
Тауҙы яҡлап сығыусы халыҡ бөгөн "Сода"ның үҙ артынан төҙөлөш һәм көнкүреш ҡый-һайын алып сығыуҙы талап итте. Хәбиров уларҙың талабын хупланы.