АТАЙСАЛ
+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
11 Февраль 2020, 18:25

ӘСӘЛЕК КАПИТАЛЫНА ҠАҒЫЛЫШЛЫ ҮҘГӘРЕШТӘР

Әсәлек капиталын юллау процедураһы ябайлашырмы? Тулыраҡ беҙҙең сайтта уҡығыҙ.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәсәй президенты Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа мөрәжәғәтнамәһендә әсәлек капиталы программаһын 2026 йылдың аҙағына тиклем оҙайтырға, беренсе балаға тыуғанда уҡ сертификат бирергә, шулай уҡ ике балалы ғаиләләргә ошо түләү күләмен арттырырға тәҡдим итте.
Индереләсәк төҙәтмәләр тәү сиратта әсәлек капиталы программаһын 2026 йылдың 31 декабренә хәтлем оҙайтыуҙы һәм уны йыл һайын индексациялауҙы күҙ уңында тота. 2020 йылдың 1 ғинуарынан һуң беренсе балаһы тыуған йәки тәрбиәгә алған ғаиләләргә әсәлек капиталы түләнә – 466 мең 617 һум. Ғаиләләрҙә икенсе һәм артабанғы балалар донъяға килгән һәм йәки тәрбиәгә алынған осраҡта түләүҙең күләме 616 мең 617 һум була.
Әсәлек капиталы сертификатын биреү хаҡындағы ҡарар ғариза биргәндән һуң 15 көн эсендә ҡабул ителергә тейеш. Был элек бер айға һуҙыла ине.
Әйткәндәй, Башҡортостанда демографик хәлде яҡшыртыу бурысы ҡуйылған. Башлыҡ Радий Хәбиров сентябрҙәге указында 2024 йылға тиклем республика халҡын 4 миллион 100 меңгә еткереү бурысын ҡуйҙы. Ил етәксеһенең әсәлек капиталына бәйле ҡарары был тәңгәлдә төбәккә ҙур ғына ярҙам буласаҡ.
--Әсәлек капиталын юллау процедураһы ла ябайлаштырыу талап итә. Уны алыу ваҡыты бала тыуғандан һуң 5 көнгәсә ҡыҫҡартыла. Шулай уҡ “Берҙәм тәҙрә” принцибы эшләйәсәк, йәғни бөтә документтарҙы бер ерҙә йыйырға була. Капиталды ҡулланыу даирәһен дә киңәйтеү күҙалланыла. Был тема апрель айындағы парламентарий уҡыуҙарында тикшереләсәк,--ти “Берҙәм Рәсәй” партияһының Башҡортостандағы “Сәләмәт быуын” проекты советы рәйесе, депутат Римма Үтәшева.
Читайте нас: