Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
30 Ғинуар 2020, 14:30

Матди ярҙам күрһәтелерме?

Башҡортостанда "Берҙәм Рәсәй" партияһы ауыр тормош хәлендә ҡалған граждандарға матди ярҙам бүлергә ниәтләй... Тулыраҡ беҙҙең сайтта уҡығыҙ.

Башҡортостанда «Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк хоҡуҡ яҡлау үҙәген асырға тәҡдим ителде. Ул республикала йәшәүселәргә юридик ярҙам күрһәтергә, ауыр хәлдән сығырға булышлыҡ итергә тейеш. Партияның «Яңыртыу 2.0» дискуссияһында ҡаралған тағы бер мөһим мәл – партия фондының ауыр тормош хәлендә ҡалған граждандарға матди ярҙам бүлеү тәҡдиме. Был хаҡта партияның төбәк сәйәси советы ултырышында «Берҙәм Рәсәй» төбәк бүлексәһе секретарының беренсе урынбаҫары, Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев һөйләне.
«Бөтә эшебеҙ халыҡтың именлегенә йүнәлтелгән, шуға күрә күберәк аралашырға, яңы эш формаларын эҙләргә кәрәк», — тип билдәләне Толкачев.
Партияның ауыр хәлдә ҡалғандарға ярҙам күрһәтеү фондын булдырыу тәҡдиме республика башлығы Радий Хәбировта хуплау тапты.
Айырыуса беренсел һәм урындағы бүлексәләргә иғтибар бүленә, тип белдерҙе Константин Толкачев. Тап улар халыҡҡа ныҡ яҡын тора һәм кешеләрҙе борсоған мәсьәләләр тураһында күберәк белә.
Читайте нас: