Президент Владимир Путин киҙеүгә ҡаршы прививка эшләтә, хөкүмәт һәм үҙенең хакимиәт ағзаларын да үҙе артынан эйәрергә ҡуша. Риа яңылыҡтары хәбәр итеүенсә, был турала ул Министрҙар кабинеты менән осрашыуҙа вакциналауҙың нисек барышы хаҡында һаулыҡ һаҡлау министры Вероника Скворцованың доклад менән сығышы ваҡытында белдерә.