Рәсәй Президенты Владимир Путин белдереүенсә, балаларҙы туған телдәрендә уҡытыу киләсәктә улар өсөн ниндәйҙер кәртә булып торорға тейеш түгел.
"Бында мөһимлек буйынса уртаҡлыҡ табырға кәрәк. Әлбиттә, балаларҙы туған телендә уҡытырға кәрәклегендә шик юҡ. Юғиһә, милли мәҙәниәт тә булмаясаҡ. Шул уҡ ваҡытта беҙҙең бөйөк дәүләттә рус теленең дә мөһимлеген оноторға ярамай. Муниципалитеттарҙа уҡытыуҙың ниндәй телдә алып барылырға тейешлеген хәл итергә кәрәк: йә ике телдә лә уҡытырға, йә туған телдә генә. Бер генә телде һайлау--баланың киләсәгенә сик ҡуйыу,"--тип әйтеп үткән ил башлығы.
Әгәр ҙә киләсәктә уҡыусы сит өлкәлә белем алырға теләһә, рус телен белмәү уға уңайһыҙлыҡтар тыуҙырасаҡ.
Президент һыҙыҡ өҫтөнә алып үтеүенсә, һәр бер төбәк был мәсьәләне үҙе хәл итергә тейеш.
#ввпутин #президент #президентрф