Путин әс-Сисиға эш хаҡы менән бүлешергә вәғәҙә иткән
Рәсәй Президенты Владимир Путин, 1-се "Рәсәй-Африка" саммитын үткәрешергә ярҙам иткәне өсөн, Мысырҙағы коллегаһы Әбдел-Фәттәх әс-Сисиға рәхмәт һүҙҙәре әйткән.
Путин билдәләп үтеүенсә, коллегаһы булышлыҡ итмәһә, саммит юғары форматта үтмәҫ ине.
"Бынан тыш, күреүегеҙсә, ул көнө буйы эргәмдә ултыра һәм эшемдә ярҙам итә. Шуға күрә миңә уның менән эш хаҡымды ла бүлешергә тура киләсәк. Сөнки был--бурыстарымдың береһе,"--тип шаяртып та үткән ул.