Халыҡ-ара мәғлүмәт агенствоһының гендиректоры Дмитрий Киселев МДУ-ның журналистика факультеты студенттары менән осрашҡанда Рәсәй Президенты Владимир Путиндың үҙенә алмаш эҙләүен белдергән. Сөнки быны эшләмәү яуапһыҙлыҡ булыр ине.
Киселев әйтеүенсә, ил башлығы был хаҡта көн һайын уйлай. "Путин был турала таңдан алып кискә тиклем уйлауын үҙе әйтте. Үҙенән һуң алмаш ҡалдырмайынса ишектәрҙе шарт ябып китеү--уның өсөн оло яуапһыҙлыҡ. Минең иҫәпләүемсә, һәр бер яуаплы сәйәсәтсе алмаш власть әҙерләргә тейеш,"--тип белдергән ул.
Киселев билдәләп үтеүенсә, президентҡа алмаш эҙләү--АҠШ-та һәм Францияла ҡулланылға халыҡ-ара тәжрибә.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: Путиндың президентлыҡ хоҡуғы 2024 йылда бөтәсәк.