Рәсәй Президенты Владимир Путин октябрь башында "Рәсәй лидерҙары-2020" конкурсын башлап ебәреүҙе хуплап сыҡҡан ине. Атап үтелгән конкурс, ил башлығы ҡушыуы буйынса, "Рәсәй--мөмкинлектәр иле" ойошмаһы тарафынан тормошҡа ашырыла. Ул Рәсәй халыҡ хужалығы академияһы һәм Рәсәй Федерацияһының Президент эргәһендәге дәүләт хеҙмәте булышлығы ярҙамында үткәрелә.