Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
16 Октябрь 2019, 09:37

Ғәрәптәр Путин килеүгә рус телен ятлап ҡуйған

Әр-Риядта Рәсәй Президенты Путинды батшаларса ҡаршы алалар.

Әр-Риядта Рәсәй Президенты Путинды батшаларса ҡаршы алалар. Тәүҙә аэропортта артеллерия салюты тауыштары яңғырай. "Аурус" лимузинында китеп барғанда уны кавалерия оҙатып бара. Ә һарайҙа Путинды фанфарҙар һәм руссалап: "Рәхим итегеҙ!"--тигән һүҙҙәр менән ҡаршы алалар. Ә һарайҙа уны Сәғүд Ғәрәпстаны короле Сәлмән бин Ғәбдел-Ғәзиз көтә. Күрешеү өсөн теҙелгән сират бөтә залға һуҙыла. Рәсәйҙән килгән ир-егеттәр ғәҙәти көндәлек кейемдә булһа, һаулыҡ һаҡлау министры Вероника Скворцоваға инде, ғәрәп йолаларына ихтирам күрһәтеп, башына ҡара шәл урарға тура килә.
Читайте нас: