Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
15 Октябрь 2019, 09:30

Сәғүд оркестры Путин алдында Рәсәй гимнын боҙоп башҡарған

Ил башлығы Владимир Путин Сәғүд Ғәрәпстанының короле Сәлмән бин Ғәбделғәзиз менән осрашҡан ваҡытта ғәрәптәр Рәсәй гимнын башҡарған, әммә ноталарға дөрөҫ эләкмәгән.

Ил башлығы Владимир Путин Сәғүд Ғәрәпстанының короле Сәлмән бин Ғәбделғәзиз менән осрашҡан ваҡытта ғәрәптәр Рәсәй гимнын башҡарған, әммә ноталарға дөрөҫ эләкмәгән.
Путинды бик таныш көй менән ҡаршы алһалар ҙа, ул башта иҫенә төшөрә алмай. Аҙаҡ ҡына аңлап ҡала.
Кисә Рәсәй Президенты Владимир Путин дәүләт эштәре буйынса Сәғүд Ғәрәпстанына барҙы. Һөйләшеүҙәр һөҙөмтәһе буйынса ул атап үтелгән илдең короле менән егермеләп документҡа ҡул ҡуйҙы. Ике ил космик һәм энергетик өлкәлә лә бергә эшләргә килеште.
#ввпутин