Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
9 Октябрь 2019, 09:53

Кем Путинды тыуған көнө менән ҡотламаған

Кем Путинды тыуған көнө менән ҡотламаған?#ввпутин

Кремлдә әле АҠШ Президенты Дональд Трамптан һәм Украина башлығы Владимир Зеленскийҙан Владимир Путинды тыуған көнө менән ҡотлау хатын күрмәгәндәр. Был турала Президенттың пресс-секретары Дмитрий Песков хәбәр итә.
Әлбиттә, ҡотлау хәбәрҙәренең һуңлап килеүе лә бар.
Быға тиклем әйтеп үтеүебеҙсә, Рәсәй Президенты Владимир Путин тыуған көнөн яҡындары менән тәбиғәт ҡосағында үткәргән ине. Унан алда ил башлығы Сергей Шойгу менән Тува территорияһындағы тайгаға сыҡҡан һәм бәшмәк йыйған.
#ввпутин